+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
24 Июль 2023, 11:00

Телдәр белеү ниңә кәрәк?

Бер ваҡыт дүрт милләт кешеһе юлда китеп барған. Шул саҡ улар аҡса тапҡан һәм уны ни эшләтергә, нимә алырға, тип бәхәсләшә башлаған. Бер милләт кешеһе:

– Әйҙә шуны алайыҡ, – тип үҙ телендә ниҙер әйткән.

– Юҡ, уны түгел, ә мин әйткәнде алайыҡ, – тигән икенсеһе.

– Ниңә юҡҡа бәхәсләшәһегеҙ? Мин икенсе нәмә алырға тәҡдим итәм, – тигән өсөнсөһө.

Дүртенсеһе лә ризаһыҙлығын белдергән:

– Нимәлер алырға уйлағас, мотлаҡ шуны һайлайыҡ.

Һәр кем үҙенең хаҡлығын раҫларға тырыш­ҡан, хатта һуғышып киткән, ти, былар. Әгәр шул ваҡыт күп телдәр белгән юлсы осрамаһа, бәхәстең аҙағы нимә менән бөтөрө билдәһеҙ. Баҡһаң, былар дүртеһе лә бер үк нәмә тураһында әйткән, тик һәр ҡайһыһы үҙ телендә уйлаған. Күп телдәр белгән юлаусы арҡаһында улар тапҡан аҡсаларына виноград алып ашап татыулашҡан.

Тормошта күп телдәр белеү ярҙам итә шул. Әммә иң башта һәр кеше үҙ туған телен белергә тейеш.

М. АЗАМАТОВ.

Фото: vk.com.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас