Бер ваҡыт король үҙенең ярандары менән һунарға барған. Кәңәшсеһен дә ҡалдырмаған. Һунар мәлендә бәхетһеҙ осраҡ килеп сыҡҡан: мылтыҡтан атҡан саҡта королдең бер бармағы өҙөлгән. Ул ауыртыуына һәм асыуына сыҙай алмай, ярандарына мылтыҡты ҡорған кешене язаларға бойороҡ биргән. Ләкин кәңәшсеһе уны туҡтатып ҡалған һәм ғәҙәте буйынса: «Был һәйбәткә!» – тигән.
Королдең ныҡ йәне көйгән, нимәһе яҡшы булһын инде, тип кәңәшсеһенә бөтә асыуын төшөргән.
– Әгәр шулай уйлайһың икән, мин һинең яҙмышыңды яҡшыртасаҡмын, – тип кәңәшсеһен төрмәгә ябырға бойорған.
Был бәхетһеҙ осраҡтан һуң күп айҙар үткән. Һунар яратҡан король тағы сәфәргә йыйынған. Бер ниндәй ҙә хәүеф тойолмаған ергә юлланған. Әммә король һуңғы тапҡыр булғандан һуң, байтаҡ ваҡыт үтеү сәбәпле, унда кеше ашаусылар барлыҡҡа килгән икән. Король үҙенең ярандары менән уларға әсирлеккә эләккән.
Каннибалдар һунарсыны ашарға теләп, уны бер бағанаға бәйләгән һәм яғырға күп итеп утын әҙерләгән. Усаҡ тоҡандырырға тип, яҡыныраҡ килеп ҡараһалар, ҡорбандың бер бармағы юҡлығын күреп ҡалғандар. Кеше ашаусыларҙың был ҡәбиләһендә шундай ырым булған: ҡорбандың тәнендә ниндәйҙер кәмселек булһа, уны ашауҙан баш тартҡандар. Әле лә королдәге етешһеҙлекте күргәс, бәйҙән ысҡындырғандар ҙа иреккә ебәргәндәр.
Мөғжизә менән иҫән ҡалған король өйөнә ҡайтҡас, теге ваҡыт бәләгә тарығанда кәңәшсеһе әйткән һүҙҙәрҙең хаҡлығын иҫенә төшөргән. Шунан уны азат итергә ҡушҡан һәм һарайға килтерергә бойорған. Кәңәшсеһе килгәс, үҙе менән булған хәлде һөйләп биргән:
– Теге ваҡыт һин хаҡлы булғанһың. Минең бармаҡһыҙ ҡалыуым һәйбәткә яҙған. Һине төрмәгә ябыуыма үкенәм һәм ғәфү үтенәм, – тигән.
– Зинһар, ғәфү үтенмәгеҙ, минең өсөн дә бөтәһе лә яҡшыға булды бит, – тигән кәңәшсеһе.
– Нисек инде? – тип аптыраған король. – Әллә нисә ай буйына төрмәлә ултырыуыңдың нимәһе яҡшы булһын?
– Әгәр ҙә шул ваҡытта төрмәгә ябылмаһам, әлеге һунарға мин дә һинең менән бергә барған булыр инем бит. Ә минең бөтә бармаҡтарым да бар... – тип яуаплаған кәңәшсеһе.
Тормошта һәр нәмәне яҡшыға юрарға кәрәк. Тимәк, шулай булырға тейеш булған. Һәр күренештең ыңғай яҡтарын күрә белгән кешеләргә барыбер тормош үҙенең һәйбәт яҡтарын йышыраҡ күрһәтә. Тик яҡшыға ышанып йәшәү мөһим.
А. ӘБДЕЛҒӘЛИМОВ.