+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
11 Август 2023, 13:00

Өс һындың сере ниҙә?

Бер батшаға ғәҙәти булмаған бүләк тапшырғандар. Бер-береһенә оҡшаш өс алтын һын, ти. Эргәһенә хат та һалғандар. Унда һәр береһенең үҙенең тәғәйенләнеше хаҡында хәбәр ителгән. Тик берәүһе генә айырыуса ҡиммәткә эйә тиелгән.

Өс  һындың сере  ниҙә?Өс  һындың сере  ниҙә?
Өс һындың сере ниҙә?

Батша бөтә кәңәшселәрен һәм аҡыл эйәләрен саҡырған да өс һындың айырмаһын табырға ҡуш­ҡан. Бик оҙаҡ баш ватҡан, ти, былар. Мәсьәләне сисер өсөн нимә генә эшләп ҡарамағандар: алтындың пробаһын тикшергәндәр, уларҙы үлсәгәндәр, ҙурайтып күрһәтә тор­ған быяла аша ла ҡарағандар... Ләкин бер ниндәй ҙә айырма тапмағандар. Әйтерһең, һындар серҙә­рен асырға теләмәгән.
Һуңғы сиктә батша һарайына, саҡ-саҡ атлап, бәлтерәп бөткән бер ҡарт килгән. Ул бер һындың ҡолағында бәләкәс кенә тишек күргән һәм нәҙек кенә сымды шуның аша үткәреп ҡараған. Был сым тәүге һындың уң ҡолағынан ингән дә һулынан килеп сыҡҡан. Икенсеһенән үткәрелгән сым ауыҙынан килеп сыҡҡан. Өсөнсөһө кендек аша үткән.
Бер аҙ уйланып ултырғандан һуң ҡарт былай тигән:
– Мин һындарҙың серен аңланым. Беренсеһе хәбәр бер ҡолағынан инеп, икенсеһенән сығып киткән кешене сағылдыра. Икенсеһе ишеткән һәр нәмә хаҡында уйлап тормайынса тиҙерәк башҡаларға һөйләргә ашҡыныусы кешене кәү­ҙәләндерә. Ә өсөнсөһө ишеткән хәбәрен хәтерендә ҡалдырып, йөрәге аша үткәрергә тырыша торған кешене хәтерләтә. Шуға күрә өсөнсө һын ҡалғандары араһында иң ҡиммәтлеһе һанала.
Һеҙҙең арағыҙҙа ла шундайҙар бар түгелме? Атай-әсәйегеҙҙең, уҡытыу­сыларҙың, ғөмүмән, өлкәндәрҙең кәңәшен, аҡыллы фекерен ҡолағына элмәй, береһенән инеп, икенсеһенән сы­ғып киткән кешеләрҙе йә тыңлау­һыҙ, йә белекһеҙ, тиҙәр.
Ә инде кемдәндер ниндәйҙер бер хәбәр ишетеү менән, хаҡлымы ул, түгелме, уйлап, тикшереп тормай, тиҙерәк бүтәндәргә еткерергә тырышыусыларҙы нисек атайҙар? Эйе, уларға ғәйбәтсе, ләститсе, алдаҡсы тигән ярлыҡтар тағыла йыш ҡына.
Өсөнсөләр ишеткәнен йәһәтерәк башҡаларға еткерергә ашыҡмай: уйлай, тикшерә, үлсәй, бары тик дөрөҫлөгөнә ышанғас ҡына бүтәндәр менән уртаҡлашырға теләк белдерә.
Һеҙ шуларҙың ҡайһыһына ҡарай­һығыҙ? Кемеһе менән дуҫ булырға теләр инегеҙ?

А. НӘҮШИРВАНОВ.

Фото: yandex.ru

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас