+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
21 Август 2023, 10:00

Шашка ябай уйынмы?

Бер ваҡыт уҡытыусы үҙенең ике уҡыусыһының шашка уйнап ултыр­ғанын күрә. Өй эштәрен башҡараһы урынға уйынға әүрәгән балалар, уңай­һыҙланып, тиҙ генә шашкаларҙы һауытына шылдырып төшөрә һала.

Шашка ябай уйынмы?Шашка ябай уйынмы?
Шашка ябай уйынмы?

Ләкин уҡытыусы, асыуланаһы урынға, йылмайып, шашкаларҙы яңынан таҡтаға теҙергә тотона һәм:
– Һеҙ был уйындың ҡағиҙәләрен беләһегеҙме? – тип һорай.
Уҡыусылар өндәшмәй.
– Улайһа, мин һеҙгә аңлатам, – тип дауам итә уҡытыусы. – Беренсе­нән, ике шашканы отор өсөн ҡайһы саҡта берәүһен ҡорбан итергә тура килә. Икенсенән, бер юлы ике шаҡмаҡҡа күсеп булмай. Өсөнсөнән, һәр ваҡыт алға ғына йөрөйҙәр, ә артҡа түгел. Дүртенсенән, таҡтаның сигенә барып етеү менән, нисек теләйһең, шулай йөрөй алаһың!
Аҙаҡ уҡытыусы шундай һығымта яһай:
– Ә бит беҙҙең тормошобоҙ ҙа ошондай ҡағиҙәләр менән бара.
Уҡытыусының һүҙҙәре хаҡында уйланығыҙ әле. Беренсе аҡыл: ниндәйҙер ҙур хыялын тормошҡа ашырыр өсөн, ысынлап та, кешегә башҡа ваҡ-төйәк теләктәренән баш тартырға тура килә. Икенсеһе: алдыңа ниндәйҙер оло маҡсат ҡуйған­һың икән, бер юлы бүтән эштәреңде алып бармаҫҡа кәрәк. Бөтә иғтибарың тәүгеһенә йүнәлтелергә тейеш. Өсөнсө аҡыл: барған юлыңдан тайпылмай, гел алға атлар­ға, кирегә боролмаҫҡа тырыш. Дүртенсеһе: инде ҡуйған хыялыңа ирешһәң, ҡалған бөтә маҡсаттарыңды ла тормошҡа ашырыуы бер ни тормаясаҡ.
Шашка, ябай ғына уйын кеүек күрен­һә лә, бына ниндәй аҡыл бирә икән кешегә.


А. САРМАТОВ.

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас