

Емештәр байтаҡ булып киткәс, уҡытыусы бер уҡыусыға уларҙы бөтәһенә лә таратып бирергә ҡуша.
– Иң тәүҙә кемдән башлап таратайым? – тип һораған шәкерт.
– Кемгә нығыраҡ ышанаһың, шунан башла, – тигән уҡытыусы.
Йыйылған кешеләр бөтәһе лә ҡыҙыҡһынып күҙәткән, иң беренсе емеште уҡытыусыға бирер, тип уйлаған. Ләкин шәкерт тәүге емеште... үҙенә алған. Бөтәһе лә ғәжәпкә ҡалып аптыраған, уҡытыусы асыуланыр, тип борсолған. Ләкин ул йылмайып ҡына ҡуйған. Ҡалғандар был хәлгә аңлатма биреүен һораған.
– Һәр кеше, иң беренсе сиратта, үҙ-үҙенә ышанырға тейеш. Әлеге уҡыусы ла был йәһәттән ғәҙел булды, тәүге емеште үҙенә алып дөрөҫ эшләне, – тип яуап ҡайтарған уҡытыусы.
Ысынлап та, кеше нимә генә эшләһә лә, иң тәүҙә үҙенә ышанырға тейеш. Яңы эш башлаймы, юлға сығамы, ышанысы булмаһа, тормошта уңышҡа ла өлгәшә алмаясаҡ. Тоғро кешеләр янында бүтәндәр ҙә үҙен тыныс тота. Ышаныслы дуҫтарға ғына һәр кем эс серен һөйләй. Маҡсатына ышаныслы аҙымдар менән алға атлаған кеше һәр ваҡыт хыялын бойомға ашыра. Һеҙ ҙә үҙегеҙгә ҡарата ла, бүтәндәргә лә ышанысығыҙҙы юғалтмағыҙ.
А. СӘЛИМЙӘНОВ.
Фото: yavarda.ru.