+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
12 Сентябрь 2023, 15:00

Тәбиғи ихласлыҡ

Бер бөйөк оҫта үлеп киткән. Уны оҙат­ҡанда бик күп яҡшы һүҙҙәр әйтелгән. Араларынан бер һуҡырҙың сығышы айырыуса фәһемле булған.

Тәбиғи ихласлыҡТәбиғи ихласлыҡ
Тәбиғи ихласлыҡ

Ул былай тип һөйләгән:
– Мин тыумыштан һуҡырмын. Шуға кешеләрҙең йөҙҙәренә ҡарап, хәбәрҙәрен тыңлағанда сырайҙарының үҙгәреүен күреп, улар хаҡында фекер әйтә алмайым, әммә тауыштары буйынса кеше тураһында күп мәғлүмәт беләм. Кемдеңдер уңышын ишетеп, берәү уны ҡотлай икән, мин тауышында йәшерен көнләшеү ишетәм. Йә берәйһе кемдеңдер ҡайғыһын уртаҡлашып хәбәр һөйләй икән, мин уның тауышында был бәхетһеҙлектең үҙенә ҡағылмауына ҡәнәғәтлек ноталарын тоям. Ә бына оҫтаның тауышында мин тик ихласлыҡ ҡына ишеттем. Ул шатлыҡты белдергәндә тауышында баш­ҡа тойғоларҙы һиҙмәнем, ҡайғы уртаҡлаш­ҡанда ихлас хәсрәтләнеү генә бар ине. Ул тәбиғи ихласлыҡ менән йәшәне. Бындай кешеләр, үкенескә күрә, бик һирәк.
Ошо һуҡырҙың әйткәндәре тураһында һеҙ ҙә уйланығыҙ әле. Улар ҡайһы берҙәребеҙгә ҡағыла түгелме? Шатланһаҡ – шатланайыҡ. Ҡайғырһаҡ – ҡайғырайыҡ. Ике йөҙлө булмайыҡ. Әгәр башҡаларҙың ҡыуанысын уртаҡлашҡанда күңелегеҙҙә ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ бар икән, өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрегеҙ. Кеше барыбер һиҙгер бит ул. Күҙе түгел, күңеле һуҡыр булмағандар белә, күрә, тоя. Был донъяла ихласлыҡҡа бер ни етмәй. Үҙебеҙ булып йәшәйек. Асылыбыҙға хыянат итмәйек. Нисек барбыҙ – шулай ҡалайыҡ.

А. ТЕМӘСОВ.

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас