

Бына нимә яҙа тәрбиәселәр үҙҙәре социаль селтәрҙә: “8 сентябрь Башҡортостанда иң матур, сағыу байрамдарҙың береһе – Милли кейем көнө билдәләнде. “Ҡурай” балалар баҡсаһында ошо көн айҡанлы “Милли кейем – ҡомартҡы, ә ҡомартҡы рух һаҡлай” тип аталған сара һәр төркөмдә уҙҙы. Байрамдың төп маҡсаты булып балаларҙы милли кейемдәр, уларҙың биҙәктәре менән таныштырыу, башҡорт халҡының йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә хөрмәт тәрбиәләү, уларҙы өйрәнеү теләге тыуҙырыу торҙо. Беҙ балаларҙы милли кейемдәр менән таныштырып, уларҙың тарихын һөйләп ишеттерҙек. Бындай саралар милләтебеҙҙең рухи байлығын тағы арттырыр, күңелдәребеҙҙе күтәрер, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәгенә өмөт уятыр, тигән теләктә ҡалабыҙ”. Афарин сибайҙарға!
Фото: vk.com.