+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
25 Сентябрь 2023, 10:00

Ат логикаһы нимәгә өйрәтә?

Бер кеше мулланан кәңәш һорай. Ҡалала сауҙа эштәре буйынса уның көнәркәше барлыҡҡа килеүен әйтә һәм шул арҡала үҙенең эше алға бармаясағына хәүефләнеүен белдерә.

Ат логикаһы нимәгә өйрәтә?Ат логикаһы нимәгә өйрәтә?
Ат логикаһы нимәгә өйрәтә?

– Ә һин йылғаға һыу эсергә килгән аттың тояҡтары менән ярҙы бәргеләүенә иғтибар иткәнең бармы? – тип һорай мулла унан. – Ни өсөн ул шулай итә, тип уйлайһың?
Минең әйткәндәрҙе мулла аңламаны шикелле, тип ир уға өндәшмәй генә ҡарап тора.
– Хәҙер төшөндөрәм ниңә шулай һорағанымды, – тип дауам итә мулла. – Ат һыу эсергә башын эйгәндә йылғала үҙенең сағылышын күрә. Ул быны икенсе ат тип уйлай һәм ярға тояҡтары менән һуға, һыуҙы үҙенең генә эскеһе килә. Хайуанҡайҙың был ҡылығы беҙгә алйотлоҡ кеүек күренә. Уның ҡур­ҡыуы нигеҙһеҙ, сөнки йылғалағы һыу бөтәһенә лә етә. Һин дә шул ат кеүекһең, Хоҙайҙың һыуы етмәҫ тип, үҙең генә эсергә, башҡаларҙы яҡын юлатмаҫҡа теләп, ярҙы бәргеләйһең. Үҙеңә насип өлөштө бер кем дә тартып ала алмаясаҡ. Һинең көнәркәштәрең – һыуҙағы үҙеңдең сағылышың ул.
Шулай, дуҫтар, был тормошта үҙ күләгәңдән үҙең ҡурҡып йәшәргә ярамай. Һәр кемдең – үҙ өлөшө.
Ябай ғына бер миҫал. Йәй – мәктәп уҡыусыларының аҡса эшләп ҡалыу осоро. Кемдер – дарыу үләндәре, икенселәр – еләк-емеш, өсөнсөләр – бәшмәк, хатта миндек йыйып һатыусылар бар. Бигерәк тә оло юл ситенә баҫып тороусыларҙың күплегенә хайран ҡалаһың. Шунда, моғайын, юлаусылар минекен алмаҫ инде, икенсенекен һайлар, тип эстән генә уйлаусылар ҙа юҡ түгелдер. Көнсөллөк менән ҡараусылар ҙа табыла. Әммә юлда туҡтаған машина хужалары тап һинең алдыңа килеп, тәҡдим иткән тауарыңды алып, иҫәпләшеп, рәхмәт әйтеп китә. Икенселәрҙең иптәшеңдең әйберенә күҙе төшә. Шулай итеп, кискә ҡарай бөтәгеҙ ҙә алып килгән нәмәләрегеҙҙе һатып бөтөп, шәп кәйеф менән ҡайтып китәһегеҙ. Таныш күренешме? Шулай шул. Юҡҡа алдан хәүефләнмәгеҙ. Ихлас булығыҙ, алсаҡ булығыҙ, йылмайып тороғоҙ. Ундайҙарға кешеләр ҙә тартыла.
Тағы ла бер кәңәш. Мин үҙем нимәлер һатып алырға теләһәм, иң башта кешенең ҡулдарына ҡарайым: бысраҡ түгелме? Шунан кейеменә иғтибар итәм: әрпеш түгелме? Өсөнсөнән, һауытына, емешенә ҡарайым: таҙа йыйғанмы? Бөтә яҡтан да өлгөлө булһағыҙ, һатып алыусылар туп-тура һеҙгә килер. Был балаларҙың йәйге кәсебенә генә түгел, өлкәндәрҙең эшҡыуарлығына ла ҡағыла. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәрҙең эше алға бара, ә икенселәр, нисек кенә тырыш­һа ла, һис ырата алмай? Ә сәбәп кешенең үҙендә: көнләшмә, ҡара эсле булма, эшеңде, кешеләрҙе ярат, киң күңелле, яҡты йөҙлө, мәрхәмәтле бул. Ундайҙарға бәрәкәт үҙе килә. Вәт: ат логикаһын онотмағыҙ.

А.ТЕМӘСОВ.

Фотоbangkokbook.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас