+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
16 Октябрь 2023, 09:00

Батшалар ҙа эшләй алмаҫ ғәмәл

Бер батша үҙенең аҡыллы һәм киң күңелле булыуы менән дан алған. Ул бик бай, шул уҡ ваҡытта йомарт, талапсан, әммә киң күңелле булған. Бөтә аҡыл эйәләре уның сифаттарына һоҡланған, хатта дошмандары ла быны таныған.

Батшалар ҙа эшләй алмаҫ ғәмәлБатшалар ҙа эшләй алмаҫ ғәмәл
Батшалар ҙа эшләй алмаҫ ғәмәл

Бер ваҡыт батша янына вәзире килгән дә күңелһеҙ хәбәр еткергән:
– О, бөйөк батшабыҙ! Илебеҙ халҡы һинең аҡыллы һәм көслө икәнеңде белә. Даның бөтә ҡалаларға һәм ауылдарға таралған. Хөкөмдәрең ҡаты, әммә ғәҙел. Хатта дошмандарың да һиңә дан йырлай. Ә шулай ҙа һинең хаҡта насар һөйләүселәр ҙә бар. Һиңә ҡарата әйтелгән шундай ғәҙел булмаған тәнҡитте, нахаҡ һүҙҙәр­ҙе ишетергә тура килде. Бөйөк батшабыҙ! Ошондай буйһонмауға нисек түҙеп тораһығыҙ? Быға ҡарата ниңә бер ниндәй ҙә сара күрмәй­һегеҙ?
Батша йылмайған да шулай яуап ҡайтарған:
– Минең турала насар һөйләүҙәре түгел, ә үҙемдең изгелек эшләүем мөһим! Илем алдында һәм ҡул аҫтымда эшләүселәргә ҡарата күрһәткән хеҙмәттәремде бөтә батшалыҡта ла яҡшы беләләр. Мин етәкселек иткән осорҙа илебеҙ көслө һәм бай булды. Күпселек халыҡ ғәҙеллегем, изгелегем өсөн ярата. Минең көсөм ҙур һәм, ысынлап та, күп нәмә эшләй алам. Дошмандарымды ла еңәм, бәхәстә лә ғәҙеллекте яҡлайым. Тотош дәүләт менән аҡыллы етәкселек итәм. Илебеҙҙең бөтә ҡалаларына ла, ауылдарына ла ҡапҡаларыбыҙҙы аса ла, яба ла алам. Тик минең бер нәмәне генә эшләргә ҡулымдан килмәй. Ул да булһа – яуыз уйлы кешеләрҙең ауыҙын яба алмайым.
Беҙҙең тормошта ла шундай хәлдәр күҙәтелә түгелме? Ниндәй генә яҡшы кеше, етәксе булһа ла, уның хаҡында ниндәйҙер алама хәбәр таратыусылар осрап тора. Быға иғтибар итергә кәрәкмәй әлеге батша шикелле. Иң мөһиме: үҙ эшеңде белергә, ғәҙел, намыҫлы булырға кәрәк. Шул саҡта барыбер кешеләр һине белә һәм ярата. Көнсөлдәрҙең һүҙҙәренә иғтибар итмәй, саф күңел менән йәшәһәң, ҡылған ғәмәлдәрең барыбер йәшәйәсәк, ә юҡ-бар һүҙҙәр, кәбәк шикелле, елгә осоп тараласаҡ.

А. НИЯЗОВ.

Фото:triptonkosti.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас