+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
23 Октябрь 2023, 14:00

Музыканы тыңлай беләһеңме?

Бер заман бөйөк уҡытыусы үҙенең уҡыусыһы менән юлға сыҡҡан. Ниндәйҙер ҙур байрам ваҡытында бер ауыл аша үтергә тура килгән.

Музыканы тыңлай беләһеңме?Музыканы тыңлай беләһеңме?
Музыканы тыңлай беләһеңме?

Майҙанға күп халыҡ йыйылған. Тамашаға килеүселәр шатланған, бейегән, йырлаған. Музыка ҡоралдарының тауышы шул тиклем көслө булған, уҡыусы хатта ҡолаҡтарын усы менән ҡаплаған. Ә уҡытыусыһы йылмайған, хатта бейеп тә ебәргән, был тауышта үҙен һәйбәт хис иткән. Ауылды сыҡҡас, уҡыусы уҡытыу­сыһынан:
– Шул тиклем тауышта һеҙ нисек шатланып йөрөй алдығыҙ? Мин саҡ һаңғырауланманым, – тип һораған.
– Эш шунда: һин тауышты, шау-шыуҙы ғына ишеткәнһең. Ә ауыл халҡы музыканы тыңлай ине. Мин дә, шул кешеләр һымаҡ, моң донъяһында ҡыуанып йөрөнөм. Үкенескә күрә, күптәр тауышты ғына ишетә. Әйҙә, беҙ музыканы тыңларға тырышайыҡ, – тигән уҡытыусыһы.
Ысынлап та, беҙ йыш ҡына тормошта нимә күрергә теләйбеҙ, шуны күрәбеҙ, нимә ишетергә тырышабыҙ, шуны ишетәбеҙ. Алдан уҡ үҙебеҙҙе шуға көйләйбеҙ, әҙерләйбеҙ. Әйтәйек, кемдер берәү ниндәйҙер эште кәрәк булған өсөн үҙен мәжбүриләп башҡара. Ә икенселәр шул уҡ эште бөтә күңелен биреп, ихласлап, еренә еткереп ҡуя, хатта ысын ижад өлгөһө дәрәжәһенә күтәрә. Беҙ уйыбыҙ менән үк тормошобоҙҙо көйләйек. Ҡоштар һайрауында ла, йылғалар ағыуында ла, ямғыр яуыуында ла, күк күкрәүендә лә моңдар ишетә беләйек. Хатта тынлыҡтың да үҙ моңо бар бит. Шуларҙы ишетергә өйрәнәйек.
Н. ИСҠУЖИН.

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас