+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
8 Ноябрь 2023, 07:00

Ҡыҙ баланы нимәгә өйрәтергә тейеш һәр әсә?

Таҙалыҡ Таҙалыҡ – ул үҙеңде  таҙа тотоп, матур кейенеп йөрөү  генә түгел. Ҡыҙ кеше донъяға матурлыҡ өләшер өсөн яралған. Иң тәүҙә үҙенең бүлмәһен, ҙурая килә ата-әсәһе, ҡәйнәһе йортон, эшләгән урынын тәртиптә тотоу ҙа ҡатын-ҡыҙ иңендә.

Ҡыҙ баланы нимәгә өйрәтергә тейеш һәр әсә?Ҡыҙ баланы нимәгә өйрәтергә тейеш һәр әсә?
Ҡыҙ баланы нимәгә өйрәтергә тейеш һәр әсә?

Дөрөҫ туҡланыу

Баланың туҡланыу ғәҙәте ғаиләнән килә. Бәләкәйҙән нимә яҡшы, нимә насар икәнен күреп, аңлап үҫкән бала үҙенең балаларына ла шул белемде еткерәсәк. Шуға өйҙә файҙалы һәм дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәһен өйрәтеү мөһим. Дөрөҫ туҡланыу тураһында социаль селтәрҙәрҙән   мәғлүмәт алырға мөмкин.

Хеҙмәткә һөйөү
Бәләкәйҙән ҡыҙ баланы әсәй кеше эшкә өйрәтергә тейеш.  Әсәй кеше  үҙе башҡарған эшендә гел ҡыҙына күрһәтеп, бергә алып йөрөй. Тәүҙә урынын йыйыу, ҙурая биргәс, ашағандан һуң уҡ һауыт-һабаны йыуып, өҫтәлде йыйыштырыу, саңдарҙы һөртөү, иҙән йыуыу, кер үтекләү һәм башҡа эштәр. Ҙурая килә яйлап, ҡоймаҡ ҡойоу, һалма йәйеү, икмәк һалыу, бәлеш бешереү кеүек ауырыраҡ эштәргә өйрәтеү мөһим. Ялҡаулыҡ – хурлыҡ, ти ололар.

 Белемлелек
Һөнәрле булыу ғына етмәй. Төрлө өлкәләрҙә лә үҙ фекере булған аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙы ихтирам итмәү мөмкин түгел. Китап, гәзит-журналдар уҡып, белемеңде киңәйтеп, яңылыҡтар менән танышып тороу кәрәк.

Тыйнаҡлыҡ
Егеттәр менән үҙеңде нисек тоторға әсәй өйрәтмәһә, кем өйрәтһен? Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү оят түгел. Бысраҡ һүҙҙәр, ҡысҡырып талашыу кеүек йәмһеҙ ҡыланыштарҙы күреп үҫергә тейеш түгел бала. Ипле һәм тыйнаҡ  кейенеү ғәҙәте лә әсәй тәрбиәһенән килә.

Ғәҙәттәр
Ҡыҙ бала ауыҙына шарап алырға тейеш түгел. Тәмәке тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй. Бындай насар ғәҙәттәрҙән ҡыҙ-баланы әсәй кеше ҡурсалап, бәләкәйҙән аңлатып үҫтерергә тейеш.

 Ир-азаматтарға мөнәсәбәт
Атаһына өйөндә ниндәй мөнәсәбәт күреп үҫә, үҙ иренә лә шундай мөнәсәбәт күрһәтәсәк ҡыҙ кеше. Атаһын эштән өҫтәл әҙерләп ҡаршы алырға, ағай-ҡустылары алдында тыйнаҡ булырға өйрәтергә кәрәк. Ҡайны алдында ҡыҫҡа итәкле күлдәк кейеп, ҡысҡырып көлөп һөйләшеү биҙәмәй килен кешене.

 Үҙеңде яратыу
Үҙеңде яратһаң ғына һине башҡалар ҙа яратасаҡ, тигән төшөнсәне аңлатырға кәрәк ҡыҙ балаға. Үҙе менән ҡәнәғәт кеше үҙе лә бәхетле, яҡындарына ла өләшә бәхетен.

 

Фото һәм сығанаҡ: Ишмырҙа ауыл китапханаһы.

Ҡыҙ баланы нимәгә өйрәтергә тейеш һәр әсә?
Ҡыҙ баланы нимәгә өйрәтергә тейеш һәр әсә?
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас