

Тылсым эйәһенә был халыҡ бик йәл тойолған һәм әлеге тауҙы алтынға әйләндереп, уларҙы мул тормошта йәшәткеһе килгән. Тап шул ваҡыт уның алдына бер әүлиә килеп сыҡҡан һәм ул быға шундай һүҙҙәр еткергән:
– Һин был халыҡҡа күп алтын бирергә йыйынаһың. Тик улар шул байлыҡтан бәхетле булырҙар, тип уйлайһыңмы? Һин уларҙы ун изге ҡағиҙәгә өйрәт.
– Юғары көскә ышанһындар;
– ата-әсәләрен хөрмәтләһендәр;
– күңелдәрен, аҡылдарын бысратмаһындар;
– өлкәндәрҙе ихтирам итһендәр;
– йәштәргә өлгө булһындар;
– ярлыларға, мохтаждарға ярҙам итһендәр;
– йәмәғәт тәртибен һаҡлаһындар;
– етемдәргә һәм сирлеләргә мәрхәмәтле булһындар;
– йәшәүҙең ошо төп ҡағиҙәһенән тайпылмаһындар;
– уны быуаттарҙан быуаттарға һаҡлаһындар.
Шул саҡта был халыҡтың тормошо үҙгәрәсәк.
Тылсым эйәһе әүлиәнең һүҙҙәрен иҫтә тотҡан һәм, ысынлап та, әлеге халыҡтың ошо ҡағиҙәләргә таянып йәшәгәне бирле яйлап-яйлап үҙгәрә барғанын күргән. Кешеләр бер-береһенә ихтирам менән ҡарай башлаған, дошманлашыуҙан туҡтаған. Улар иген үҫтерә, мал тота башлаған. Күңелдәре яҡты киләсәк менән тулған.
Был йәшәү ҡағиҙәләренең әллә ҡайҙа, әллә ҡасан йәшәгән халыҡҡа ғына ҡағылмағанын үҙегеҙ ҙә аңлағанһығыҙҙыр, йәш дуҫтар! Уларҙы беҙ көн дә өлкәндәрҙән, олатай-өләсәйҙәребеҙҙән, атай-әсәйҙәребеҙҙән, уҡытыусыларыбыҙҙан ишетеп торабыҙ, шулаймы? Оло һүҙен тыңламаған – абынған да һөрөнгән, тип юҡҡа әйтмәгәндәр.
А. НӘҮШИРВАНОВ.
Фото: yandex.ru.