

Көн һайын көлсәһен һалғас, яҡшы тормош эҙләп ситкә сығып киткән улы өсөн доғалар уҡыған. Айҙар буйына балаһынан бер ниндәй ҙә хәбәр алмаған, шуға уның иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп Аллаға ялбарған.
Бер көндө ул әлеге көлсәне гел ҡарт бөкрө әҙәмдең ашағанына иғтибар иткән. Әммә мосафир рәхмәт әйтәһе урынға бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатлаған: «Әгәр яуызлыҡ ҡылһағыҙ, ул үҙегеҙҙә ҡалыр, ә яҡшылыҡ эшләһәгеҙ, изгелек булып ҡайтыр». Шулай тигән дә ҡарт юлын дауам иткән. Был хәл көн һайын ҡабатланған. Рәхмәт ишетергә теләгән ҡатындың йәне көйгән: «Был бөкрө көн дә бер үк һүҙҙәрҙе әйтә. Уны нисек аңларға?»
Асыуы килгән ҡатын бөкрөнән ҡотолорға уйлаған һәм икенсе көлсәгә ағыу һалып бешергән. Ризыҡты тәҙрә төбөнә ҡуйыр алдынан уның ҡулдары ҡалтырап киткән. «Нимә эшләйем ул мин?» – тип ҡурҡып йәһәт кенә ағыулы көлсәне алып утҡа ташлаған, урынына икенсене бешереп ҡуйған.
Бөкрө ҡарт көттөрмәгән. Гел бер үк ваҡытта килеп көлсәне алып китер булған. Был юлы ла гел ҡабатлаған һүҙҙәрен ауыҙ эсенән генә бығырҙап әйткән дә юлын дауам иткән: «Яуызлыҡ ҡылһағыҙ, үҙегеҙҙә ҡалыр, яҡшылыҡ эшләһәгеҙ, изгелек булып ҡайтыр».
... Шул кисте кемдер ишек шаҡыған. Ҡатын барып асһа, үҙенең улын күргән. Хәлһеҙ, ябыҡҡан, йыртылып бөткән кейемдәге ас балаһына ҡарап ғәжәпкә ҡалған.
– Әсәй, минең бында баҫып тороуым мөғжизәгә тиң, – тип һөйләй башлаған улы. – Өйгә ҡайтып етергә бер саҡрым ҡалғас, асығыуҙан хәлһеҙләнеп, иҫемде юйып йығылғанмын. Бәлки, мин шунда үлгән дә булыр инем. Тик янымдан бөкрө ҡарт үтеп барған. Ул миңә көлсәһен бирҙе. «Был – минең тотош бер көнгә етерлек ризығым, ләкин, күрәм, һин быға нығыраҡ мохтажһың», – тине.
Улының был һүҙҙәрен ишеткән әсәнең йөҙө ағарып киткән һәм йығылмаҫ өсөн ишек яңағына һөйәлгән. Ул иртәнсәк ағыу һалып бешергән көлсәһен иҫенә төшөргән. Әгәр шуны утҡа яҡмаһа, ғәзиз улы үлер ине бит. Шул саҡта ғына ҡатын бөкрө ҡарттың һүҙҙәренең асылын аңлаған: «Яуызлыҡ ҡылһағыҙ, үҙегеҙҙә ҡалыр, яҡшылыҡ эшләһәгеҙ, изгелек булып ҡайтыр».
М. АЗАМАТОВ.
Фото: ya.ru.