+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
26 Декабрь 2023, 17:00

Байлыҡ, бәхет ҡайҙа? Яныңда!

Бер крәҫтиән үҙ ерендә ҡаҙынып йөрөгәндә ниндәйҙер таш табып ала. Ул шул тиклем матур була. Моғайын, балаларыма ла оҡшар, рәхәтләнеп уйнарҙар, тип өйөнә алып ҡайта.

Байлыҡ, бәхет ҡайҙа? Яныңда!Байлыҡ, бәхет ҡайҙа? Яныңда!
Байлыҡ, бәхет ҡайҙа? Яныңда!

Ысынлап та, балалары туйғансы уйнай ҙа ялҡҡас, тәҙрә төбөнә һалып ҡуя. Шуның менән был хаҡта оноталар ҙа.
Бер көндө быларға мосафир килеп инә, ҡунып сығырға рөхсәт һорай. Крәҫтиән уны булған ризығы менән һыйлай. Мосафир донъя гиҙеп йөрө­гән була, шуға ла күпте белә, мауыҡ­тырғыс хәлдәр тураһында һөйләй. Һүҙ араһында крәҫтиәнгә:
– Бында һин нисек көн күрәһең? Мин бер урынды беләм, унда йылға буйында алмастар тулып ята. Әгәр тырышһаң, байып китер инең. Бында ғүмер буйына ерҙә соҡоноп, бушҡа тир түккәнсе, бәхетеңде һынап ҡара, – тип әйтеп ҡуя.
Иртәгеһенә мосафир китә. Ә крәҫтиәнгә уның һүҙҙәре тынғы бирмәй, өмөтләнеп, хыяллана башлай. Серен һатып, ниндәй йылға икәнен дә белмәйенсә юлға әҙерләнә. Хушлашҡанда ҡатынына һәм балаларына:
– Һеҙ мине кәмендә биш йыл көтөрһөгөҙ, һәм мин байып ҡайтасаҡмын, – ти.
Ул бик күп ерҙәр үтә, йылға буй­ҙарында эшләй, биш йыл үтһә лә, алмас тулып ятҡан урынды таба алмай. Әммә уның нимә һәм ни рәүешле икәнен белә.
Крәҫтиән өйөнә кире юллана һәм ҡайтып еткәс, нисә йылдар буйы эҙләгән аҫыл таштың үҙҙәренең тәҙрә төбөндә ятҡанын күрә, уны ҡайҙа һәм нисек тапҡанын иҫенә төшөрә.
Кешеләр тормошта яндарындағы байлыҡты күрмәй, әллә ҡайҙарға юллана, йәшлектәрен сит-ят ерҙәрҙә үткәрә, ә ҡартайғас, барыбер тыуған төйәгенә ҡайтып һыйына. Әллә ҡай­ҙарҙа эҙләгән бәхете лә ошонда, изге тыуған ерендә, икәнен күптәр һуңлап аңлай. Бәхет бит ул әллә ниндәй аҫыл таштарҙа, байлыҡта түгел. Һау-сәләмәт булып, атай-әсәй, туғандар менән бергә татыу ғүмер итеүҙә. Үҙ ереңдә, үҙ төйәгеңдә.

А. САРМАТОВ.

Фото: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас