+28 °С
Облачно
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
7 Января 2024, 15:00

Ҡарттың хәйлә ҡорғаны

Төндә кемдеңдер өй башында йөрөгәнен ишеткән хужа ҡурҡып ҡалған. Әгәр ҡысҡырһам, күршеләр килеп еткәнсе, бур, ҡоралланған булһа, мине үлтереүе ихтимал, тип уйлаған. Шул саҡ бар көсөнә: «Уй-уй, мине саян тешләне!» – тип һөрәнләгән.

Ҡарттың хәйлә ҡорғаныҠарттың хәйлә ҡорғаны
Ҡарттың хәйлә ҡорғаны

Тауышҡа күршеләре йүгереп килеп етә һалған. Саян ағыуын зарарһыҙландыра торған үлән япҡандар. «Шунан, хәлең нисек? Ағыуы төпкә инеп өлгөрмәгәндер бит?» – тип һорағандар.
– Белмәйем, ағыу нисектер, ә минең өй башында кемдер йөрөй. Әле һаман да ундамы икән, тикшерегеҙ әле, – тигән хужа.
Күршеләр ҡыйыҡтан бурҙы һөйрәп төшөргән. Үҙҙәре ҡарттың хәйләкәрлегенә һоҡланған.
Тормошта төрлө хәлдәргә тарыуыбыҙ бар. Хәүефле осраҡта үҙ һаулығыңды, ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға ашығырға ярамай, уйлап эш итергә кәрәк. Әлеге ҡарт шикелле.


А. НИЯЗОВ.

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас