Бер ваҡыт ул бөтә кешеләрҙе үҙенең һарайына йыйырға бойорған. Был тағы нимә уйланы икән, тип халыҡ ҡурҡыштан ҡалтыраған. Барыһы ла йыйылғас, батша былай тигән:
– Мин беләм: һеҙгә күп яманлыҡтар ҡылдым, шуға ла үҙемде яратмайһығыҙ. Ләкин бөгөн һеҙҙең алда артабан яҡшы батша булырға вәғәҙә итәм. Халҡым менән тыныслыҡта, килешеп йәшәргә теләйем!
Ысынлап та, батша вәғәҙәһендә торған, изгелекле булған. Һәр ауылға һәм ҡалаға халыҡ мохтажлыҡтарын аңлаған кешеләрен тәғәйенләгән. Юлдарҙы рәтләргә, күперҙәр төҙөргә, һалымдарҙы кәметергә, ауырлыҡтарҙы тикшерергә ҡушҡан. Элекке шикелле кешеләрҙе байына һәм ярлыһына бүлеп ҡарамай, ике яҡтың да фекерен тыңлаған.
Бөтәһе лә батшаны яратҡан һәм уға һоҡланған. Был үҙгәрештең сәбәбен аңларға теләп, батша ярандарының береһе унан:
– Әйтегеҙ әле, зинһар, ни өсөн һеҙ элек иҫ киткес уҫал булдығыҙ ҙа әле килеп изге күңеллегә әйләндегеҙ? Шул тиклем ҡапыл үҙгәрергә нимә сәбәп булды? – тип һорарға баҙнат иткән.
– Һорауың бик урынлы, – тигән батша. – Шуға мин уға яуап бирәм. Бер ваҡыт урманда йөрөгәндә эттең төлкө артынан ҡыуғанын күрҙем. Ул үҙенең ҡорбанын тотто ла тештәре менән аяғына йәбеште һәм өҙгөләп бөттө. Төлкө, бахыр, ауыртыуҙан олоно. Шулай ул ҡалған ғүмере буйына аҡһап йөрөнө. Ә эт ауылына юлланды. Үтеп барған һыбайлы ҡанға батҡан уҫал этте күрҙе лә уға таш бәрҙе. Таш эттең арҡа һөйәген һындырҙы һәм ул шыуышып юл ситендә ятып ҡалды. Йәне көйгән һыбайлы юлдың соҡорло-саҡырлы булыуына ла иғтибар итмәй, атын аяуһыҙ ҡыуып, артабан елдерҙе. Ҡапыл ат һөрлөгөп китте лә, йығылып, һыбайлыны атып бәрҙе. Тегеһе әллә ҡайҙа барып осто һәм аяғын һындырҙы.
Ошоларҙың барыһын да күргәс, мин уйға ҡалдым һәм үҙемә үҙгәрергә һүҙ бирҙем. Был донъяла һәр кем үҙенә тейешле өлөштө ала: яҡшылыҡ ҡылһаң да, яуызлыҡ менән йәшәһәң дә – барыһы ла үҙеңә әйләнеп ҡайта.
Был һүҙҙәргә өҫтәп башҡа бер нәмә лә әйтергә кәрәкмәйҙер, моғайын.
А. БИКЙӘНОВ.