+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
23 Ғинуар 2024, 17:00

Һөйләүсене тыңлай белергә кәрәк

Борон заманда бер батша күршеләге батшаға сапҡын ебәргән. Уныһы тәғәйен ваҡытҡа һуңлап килгән дә йүгереп тәхет залына барып инеп, ҡабаланып хәбәрен еткерергә ашыҡҡан...

Һөйләүсене тыңлай белергә кәрәкҺөйләүсене тыңлай белергә кәрәк
Һөйләүсене тыңлай белергә кәрәк

– Минең батшам шуны әйтергә ҡушты... Ҡара ҡойроҡло күк ат ебәрһен, тине... Әгәр ундай ат бирмәһәгеҙ... ул саҡта...
– Артабан тыңларға ла теләмәйем! – тип бүлдергән батша быхылдап төшкән сапҡынды. – Әйт үҙеңдең батшаңа, юҡ миндә ундай ат, әгәр булһа, ул саҡта...
Шул мәлдә батша тотлоғоп ҡала, ә сапҡын уның был һүҙ­ҙәрен ишетеп, тиҙерәк хужаһына еткерергә ашыға. Һарайҙан йүгереп сығып атына атлана ла күрше батшаның ҡәтғи яуабын әйтер өсөн үҙ иленә елдерә. Сапҡындың һүҙҙәрен ишеткән батша бик ныҡ асыулана һәм күршеһенә һуғыш иғлан итә. Бик оҙаҡ бара был ҡырылыш, күп ҡан ҡойола – ике яҡҡа ла бик ҡиммәткә төшә был алыш.
Ахырҙа ике батша ла үҙ ғәскәрҙәренең хәлдән тайғанын, ҡаҙ­наларының бушап ҡалғанын күреп, бер-береһенә ҡарата дә­ғүәләрен асыҡлар һәм килешер өсөн осрашырға була.
Һөйләшеүҙәр башланғас, икенсе батша беренсеһенә шундай һорау биргән.
– «Миңә ҡара ҡойроҡло күк ат бир, әгәр бирмәһәң, ул саҡта...» тигәс, нимә әйтергә теләнең?
– «...икенсе төҫтәге ат ебәр», тип әйтергә уйлағайным. Шул ғына. Ә һин: «Миндә ундай ат юҡ, әгәр булһа, ул саҡта...» тип артабан ни белдерергә уйлағайның?
– «...мотлаҡ яҡшы күршемә бүләк итеп ебәрер инем», тип әйтергә теләгәйнем. Шул ғына.
Күрәһегеҙме, батшаның да, сапҡындың да бер-береһенең һүҙҙәрен аҙағына тиклем тыңлап бөтмәүе арҡаһында ни тиклем кеше ғүмерҙәре ҡыйыла.
Кешене тыңлай белеү – бик ҙур һәләт. Күптәр тиҙерәк үҙ хәбәрен һөйләп ҡалыр өсөн, әңгәмәсеһен ярты һүҙҙән бүлдереп, үҙенекен әйтеп бөтөрөргә тырыша. Шул саҡта, әлеге батша менән сапҡын шикелле, төп мәғәнәһенә төшөнә алмайынса ялған фекергә килергә мөмкин. Һүҙ менән һаҡ булырға, һөйләүсене тыңлай белергә кәрәк.


А. ТЕМӘСОВ.

Һүрәт: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас