Китеп барғанда баҫыуҙы һәм унда эшләгән ер кешеһен күргәндәр ҙә ғәжәпкә ҡалғандар:
– Нимә эшләй ул? Ерҙе ҡаҙа ла тәрән эҙҙәр ҡалдыра. Йәп-йәшел йомшаҡ үлән менән ҡапланған тип-тигеҙ ерҙе ниңә боҙа икән?
Шунан улар әлеге кешенең бураҙналарға орлоҡтар һибеп йөрөгәнен күргән.
– Вәт, алйот! Һәйбәт бойҙайҙы бысраҡҡа ырғыта! – тип аптырағандар.
– Оҡшамай миңә ауыл, – тип йәне көйгән өлкәненең. – Сәйер кешеләр йәшәй бында.
Шулай тигән дә ул ҡалаға ҡайтып киткән.
Ә бәләкәсе ауылда ҡалған. Бер нисә аҙнанан баҫыуҙың үҙгәргәнен күргән. Орлоҡ төшкән ер элеккегә ҡарағанда ла матурыраҡ йәш үлән менән ҡапланған. Был асышты күҙәтеп тәьҫирләнгән ҡустыһы ағаһына хат яҙып ебәргән һәм тиҙерәк ауылға килеп, шул үҙгәреште күрергә саҡырған.
Ағаһы килгән һәм ысынлап һоҡланған.
Ваҡыт үтеү менән әлеге йәшел ҡыяҡтар алтын башаҡтарға тулышҡан. Хәҙер генә ике бер туған ер кешеһенең ни өсөн шулай тырышҡанын аңлаған. Иген өлгөрөү менән ул ҡулына салғы тотоп ашлыҡты саба башлаған.
Быларҙы күреп торған түҙемһеҙ ағаһы ҡысҡырып ебәргән:
– Вәт, һантый! Нисә ай буйына тырышҡан хеҙмәтен үҙ ҡулдары менән юҡҡа сығара бит! Ҡарап тороуы имәнес! Мин кире ҡалаға китәм!
Ә сабыр туған ауылда ҡалған. Ул игенсенең нисек уңышты йыйып алғанын, сүп-сарҙан таҙартып, келәткә һалғанын, сәскәндәгенә ҡарағанда йөҙ тапҡырға күберәк уңыш алғанын күреп һоҡланған. Шунда ғына игенсе хеҙмәтенең маҡсатын һәм һөҙөмтәһен аңлаған.
Ике бер туғандың бер үк ваҡиғаға төрлө мөнәсәбәте һеҙҙе лә уйландырһын, ҡәҙерле дуҫтар! Бер ваҡытта ла яңы эш башлаған иптәшегеҙҙең күңелен төшөрөргә ашыҡмағыҙ. Һәр эштең айышына төшөнмәйенсә, һөҙөмтәһен күрмәйенсә алдан һығымта яһамағыҙ, кәйефен төшөрмәгеҙ. Үҙегеҙ ҙә берәй шөғөлгә тотоноп, тәүге ҡаршылыҡтар килеп сығыу менән ҡурҡып, ҡаушап ҡалып, маҡсатығыҙҙан төңөлмәгеҙ, башлаған эшегеҙҙе аҙағына тиклем алып барып еткерегеҙ. Алға ынтылғандар, тырыштар ғына һәр ваҡыт ниәттәренә өлгәшә.
А. МӘҺӘҘИЕВ.