+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Тәрбиә мәктәбе
31 Ғинуар 2024, 11:10

Асыҡтан-асыҡ ултырып һөйләшкәндә...

Баланы шелтәләгән һайын, ул үҙенә йомола, беҙҙән алыҫлаша.  

Асыҡтан-асыҡ ултырып һөйләшкәндә...Асыҡтан-асыҡ ултырып һөйләшкәндә...
Асыҡтан-асыҡ ултырып һөйләшкәндә...

Әрләп торһаң, ул беҙҙе ишетмәҫ, ҡабул итмәҫ була бара.

Балаға ышанмай, уны үтә контролдә тотҡан һайын, әйберҙәрен тентеп маташҡанда, ул алдашырға өйрәнә.

Ҡайыш, сыбыҡ ҡуллана башлаһаң, күңеле ҡата, туңа.

Йәғни һәр төрлө баҫым, үҙеңде өҫтөн итеп күрһәтергә маташыу мөнәсәбәттәрҙе емерә.

Ә бына баланы хуплап торғанда, уның хәлдәре менән ҡыҙыҡһынғанда, асыҡтан-асыҡ ултырып һөйләшкәндә ул ыҡҡа килә, күңелен аса.

 

Рита Стеничкина.

 

Фото: З. Хәкимова.

Сығанаҡ: “Тамаша” төркөмө.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас