Йәнәш осҡан ике ҡар бөртөгө һөйләшеп киткән. Бер-береһен юғалтмаҫ өсөн улар ҡулға-ҡул тотошҡан.
– Осоп барыуы ниндәй рәхәт! – тигән береһе, күңелләнеп.
– Беҙ осмайбыҙ, ә аҫҡа тәгәрәйбеҙ, – тигән икенсеһе, моңһоуланып.
– Тиҙҙән ергә төшәсәкбеҙ һәм йомшаҡ юрған булып ятасаҡбыҙ.
– Юҡ, үҙебеҙҙең һәләкәтебеҙгә табан осабыҙ. Унда беҙҙе тапап үтәсәктәр.
– Беҙ йырғанаҡтарға әйләнеп, диңгеҙгә барып етәсәкбеҙ һәм мәңге йәшәйәсәкбеҙ! – тигән тәүгеһе.
– Юҡ, беҙ ирейбеҙ ҙә ғүмерлеккә юҡ буласаҡбыҙ, – тип ҡаршы төшкән икенсеһе.
Ахыр сиктә был бәхәс икеһен дә ялҡытҡан һәм улар ҡулдарын айырған. Һуңынан икеһе лә үҙҙәре һайлаған яҙмышҡа ҡарай осҡан.
Тормошта ла шулай бит: кемдер – оптимист, гел яҡшы нәмәләр тураһында ғына уйлай, үҙен матурлыҡҡа, изгелеккә көйләй. Икенселәр – пессимист, тормоштоң гел ҡараңғы яғын күрә, яҡшылыҡҡа ышанмай, күңелендә һәр ваҡыт икеләнеүҙәр, шикләнеүҙәр йөрөтә.
Улаpҙың ҡайһыһына тормошта йәшәүе еңелерәк, тип уйлайһығыҙ? Кемеһенә бәхет нығыраҡ йылмая? Кемдең яҙмышы уңышлыраҡ була? Хатта ауырлыҡтар килгәндә лә йылмайып йәшәй белгәндәргә тормош барыбер мәрхәмәтлерәк булалыр ул.
А. САРМАТОВ.
РЕДАКЦИЯНАН: «Тәрбиә мәктәбе»ндә баҫылған ғибрәтле, фәһемле ваҡиғалар хаҡында үҙегеҙ генә уҡып ҡалмайынса, өйҙә атай-әсәйҙәрегеҙ менән фекер алышһағыҙ, синыфта йәштәштәрегеҙ менән бәхәсләшһәгеҙ, үҙегеҙҙең тормоштан миҫалдар килтереп һөйләһәгеҙ, файҙалыраҡ булыр ине.