Йылдар үткән. Малай мәктәптә уҡыған. Төрлө шөғөлдәр менән булған. Эшләй башлаған. Шәхси тормошон ҡорған. Һәр минуты ниндәйҙер эш менән булыу арҡаһында үткәндәрҙе хәтерләргә, яҡындары менән осрашырға ла ваҡыты ҡалмаған.
Бер көн күрше бабайҙың үлеп ҡалыуы хаҡында хәбәрҙе ишеткән һәм үткәндәрен иҫенә төшөргән. Ул бит үҙенә үлгән атаһын алмаштырырҙай кеше булған, күп аҡылға өйрәткән. Ғәйебен тойоп, ерләргә ҡайтҡан.
Күмгәндән һуң кис ир кеше мәрхүмдең бушап ҡалған өйөнә ингән. Унда бөтә нәмә күп йылдар элек нисек булған, шулай ҡалған...
Тик бәләкәй генә алтын ҡумта юҡҡа сыҡҡан. Ҡарттың әйтеүе буйынса, унда иң ҡәҙерле нәмә һаҡланған. Моғайын, бик аҙ ҡалған туғандарының береһе алғандыр, тип ир кеше тынысланған.
Әммә ике аҙнанан һуң ул посылка алған. Тышында күрше бабайҙың адресын күреп, тертләп киткән. Асып ҡараһа, эсендә әлеге алтын ҡумта ятҡан. Ә унда кеҫәлә йөрөтә торған алтын сәғәт булған. «Минең менән үткәргән ваҡыттарың өсөн рәхмәт һиңә» тигән яҙыуҙы ла күреп, күп нәмәне аңлаған. Баҡтиһәң, күрше бабай өсөн бәләкәс дуҫы менән уҙғарған ғүмере иң ҡәҙерле иҫтәлек булып һаҡланған икән...
Шул көндән башлап ир үҙенең ғаиләһенә: улына һәм ҡатынына күберәк ваҡыт бүлергә тырышҡан.
Тормошобоҙҙағы иң ҡәҙерле мәлдәрҙе онотмайыҡ, уларҙы хәтеребеҙҙән юймайыҡ, изгелеккә изгелек менән яуап ҡайтарайыҡ. Ғүмеребеҙҙең ҡәҙерен беләйек.
А. ТЕМӘСОВ.
Фото: ya.ru.