+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
20 Февраль , 14:00

Уйҙар нисек тормошҡа аша?

Һиндостанда бер ағас үҫә икән. Янына ултырып теләк теләһәң, мотлаҡ ҡабул була, имеш. Йәнәһе лә, ул ожмах ағасы тип атала икән.

Уйҙар нисек тормошҡа аша?
Уйҙар нисек тормошҡа аша?

Бер юлсы арып килеп, шунда ял итергә ятҡан. Уянғас, бик асығыуын тойған.
– Их, ныҡ асыҡтырҙы. Ҡайҙандыр нимәлер ашарға табырға ине, – тип әйтеүе булған, һауанан тәмле-тәмле ризыҡтар килеп төшкән. Аҙыҡтар шул тиклем татлы икән, хатта юлсы уның ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен дә уйлап тормай тамағын туйҙырыуын белгән.
Асығыуын баҫҡас, тирә-яғына ҡарап алған, ҡәнәғәтлек кисергән. Шунан күңелендә икенсе уй барлыҡҡа килгән:
– Эсергә лә берәй нәмә бул­һа...
Шулай тип әйтеүе менән янында әллә күпме тәмле эсемлектәр, һуттар тулған.
Һыуһынын ҡандырғас, күләгәлә еләҫ елдә ятып уйлана башлаған:
– Быларҙың бөтәһен дә нисек аңларға? Әллә мин йоҡлайыммы икән? Әллә берәй төрлө өрәктәр шаяртамы?
Шулай уйлауы була, ысынлап та, янында өрәктәр барлыҡҡа килә. Улар шул тиклем йәмһеҙ, ҡурҡыныс һәм ҡот осҡос, ти.
Ҡалтыранған юлсы: «Хәҙер былар мине үлтерә инде», – тип уйлаған.
Өрәктәр юлсыны ысынлап үлтергән.
Был хикәйәттең фәһеме шунда: бер ваҡытта ла насар уй уйларға ярамай. Уның ысынға әйләнеүе бар. Күңелдә һәр ваҡыт яҡты уйҙар, изге ниәттәр, яҡшы хыялдар йөрөтөргә кәрәк. Бик ныҡ теләһәң, шуға ышанһаң, улар мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ. Ә инде икеләнеп, шикләнеп, төрлө насар уйҙар уйлап, хыял итергә лә ҡурҡып йәшәһәң, маҡсаттарыңа өлгәшеү бик ауыр буласаҡ. Насар уйҙарҙы йүгәнләп, өмөт, хыял менән йәшәйек.

А. ИСҠУЖИН.

Фото: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: