+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡарҙы кем таҙарта?

Ике күрше йәшәгән. Ҡыш килгән. Күп итеп ҡар яуған. Берәүһе иртә тороп, ҡулына көрәк алып, ихатаһын таҙартырға сыҡҡан. Ҡапҡаға хәтле юлды көрәгән дә, күршенең хәлдәре нисек икән, тип уның яғына ла күҙ һалған. Ҡараһа, тапалған һуҡмаҡты күргән.

Ҡарҙы кем таҙарта?
Ҡарҙы кем таҙарта?

Иртәгәһенә лә ҡар яуған. Тәүге күрше ярты сәғәткә алдараҡ тороп, эшкә тотонған. Күршеһе яғына ҡараһа, унда ла һуҡмаҡ һалынған.
Өсөнсө көндө ҡар бигерәк тә күп яуған, тубыҡҡа тиклем еткән. Тағы ла иртәрәк тороп ҡар көрәй башлаған. Күршеһе яғына ҡараһа, тип-тигеҙ һуҡмаҡ ятҡанын күргән.
Шул уҡ көндө улар урамда осраш­ҡан. Хәл-әхүәл белешкәндән һуң тәүге күрше икенсеһенән һорай ҡуй­ған:
– Ҡара әле, күрше, һин ҡасан ҡарыңды көрәп өлгөрәһең ул?
Икенсеһе был һорауға тәүҙә аптыраған да аҙаҡ көлөп ебәргән.
– Ә мин бер ваҡытта ла ҡар көрәгәнем юҡ. Минең дуҫтарым күп. Улар килеп, шулай тапап юл һалып бөтә, – тип яуаплаған.
Һеҙҙең өйөгөҙгә лә һуҡмаҡ һалыусы дуҫтарығыҙ күп булһын!

А. БИКЙӘНОВ.

Фото: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: