+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
10 Март , 21:00

Минең фәрештәмдең исеме

Тыуырынан бер көн алда бала Хоҙайҙан:– Мин белмәйем: был донъяға ни өсөн киләм? Мин ни эшләргә тейешмен? – тип һораған.

Минең фәрештәмдең исеме
Минең фәрештәмдең исеме

Хоҙай уға:
– Мин һиңә фәрештә бүләк итәм. Ул һәр ваҡыт яныңда булыр, бөтә нәмәне аңлатыр, – тип яуап биргән.
– Мин уны нисек аңлармын һуң, телен белмәйем бит?
– Фәрештә үҙенең теленә өйрәтер. Ул һине бар бәләләрҙән һаҡлаясаҡ.
– Нисек һәм ҡасан мин һиңә кире ҡайтырға тейеш?
– Фәрештә үҙеңә бөтәһен дә әйтер.
– Ә минең фәрештәмдең исеме нисек?
– Уның исемдәре күп, был мөһим түгел. Һин уны «Әсәй» тип йөрөтәсәкһең.
Ысынлап та, әсәйҙәр беҙҙе яҡты донъяға килгәндән алып изге фәрештәләр булып һаҡлай. Ғүмер буйына улар бала тип йәшәй. Һуңғы һулышынаса балалары хаҡында хәстәрлек күрә, ҡурсалай.
Әсәйҙәр – беҙҙең ерҙәге фәрештәләребеҙ. Йырҙа әйтелгәнсә, әсәйҙәрҙең бөйөклөгөн йәшәй-йәшәй аңлайбыҙ. Балалары өсөн матурлығын, көсөн, һаулығын бирә бит улар. Шуға ла үҙҙәре олоғайған көндә беҙ ҙә әсәйҙәр хаҡында хәстәрлек күрәйек, иғтибарыбыҙҙан ҡалдырмайыҡ, йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек, рәхмәтле балалар була беләйек.


М. АЗАМАТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: