+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
21 Март , 16:00

Вариҫҡа кем лайыҡ?

Бер батшаның өс улы булған. Игеҙәктәр барыһы ла ҡыйыу, аҡыллы, ти. Үҙенән һуң ҡайһы­һын батша итеп ҡалдырырға, тип баш ватҡан ул.

Вариҫҡа кем лайыҡ?
Вариҫҡа кем лайыҡ?

Ахырҙа аҡыл эйә­һенә барып кәңәш һораған. Уның әйткәнен күҙ уңында тотоп, батшалыҡҡа ҡайтҡас, өс улын да янына саҡырып алған.
Һәр береһенә сәскә орлоҡтары һалынған тоҡсай биргән.
– Хаж ҡылырға барам. Бер нисә йыл ваҡыт үтер. Ике-өс йылдан ҡайтҡас, миңә ошо орлоҡтарҙы кире бирерһегеҙ. Кем уларҙы һәйбәт һаҡлай, шул минең вариҫым булыр, – тигән.
Атайҙары сәйәхәткә юлланғас, тәүге ул, был орлоҡтарҙы нимә эшләтергә икән, тип уйға ҡалған. Һәм уларҙы тимер сейф эсенә һалып ҡуйырға булған. Атайым ҡайтҡансы орлоҡтар шул килеш һаҡланасаҡ, тигән фекергә килгән.
Икенсе улы былай тип уйлаған: «Әгәр мин ағайым кеүек эшлә­һәм, орлоҡтар һәләк буласаҡ. Улар аҙаҡ бер нәмәгә лә эшкинмәйәсәк». Уртансы ул магазинға барған да орлоҡтарҙы һатҡан. «Атайым ҡайтҡас, ошо аҡсаға әлегеһенә ҡарағанда ла һәйбәтерәген алып бирермен», – тип уйлаған.
Өсөнсө улы баҡсаға сыҡҡан да орлоҡтарҙы ҡайҙа буш урын бар – шунда төртөп ҡуйған.
Өс йылдан һуң атайҙары алыҫ сәфәрҙән ҡайтҡан. Тәүге улы сейфты асҡан. Ундағы орлоҡтар сереп, еҫләнеп бөткән.
– Был нимә? – тип һораған ата­һы. – Һиңә ошондай орлоҡтар бирҙемме ни? Улар сәскә атып, хуш еҫкә күмелеп ултырырға тейеш ине. Былар минең орлоҡтар түгел!
Улы атаһының һүҙҙәренә ҡаршы килеп:
– Былар – шул орлоҡтар, – тигән.
– Һин – материалист, – тигән атаһы.
Икенсе улы йүгереп барып магазиндан икенсе орлоҡтарҙы һатып алып ҡайтып күрһәткән.
Әммә атаһы:
– Былар ҙа мин ҡалдырған орлоҡтар түгел. Һинең уйҙарың яҡшыраҡ, ләкин минең һиндә күрергә теләгән сифаттарға тап килмәй. Һин – психолог, – тигән.
Атай кеше ҡурҡа-ҡурҡа, шулай ҙа яҡшыға өмөтләнеп, өсөнсө улы янына килгән: «Быныһы нимә эшләне икән?»
Ә уныһы атаһын баҡсаға алып сыҡҡан. Унда тирә-яҡҡа хуш еҫ сәсеп, миллионлаған сәскә үҫеп ултырған.
– Былар – һин биргән орлоҡтар. Сәскәләре кибеп, орлоҡҡа тумалғас, мин уларҙы йыйып, ки­ре һиңә бирермен, – тигән.
Атаһы ҡыуанып:
– Һин – минең вариҫым. Орлоҡтар менән тап шулай эшләргә кәрәк ине, – тигән.


А. МУЛЛАҠАЕВ.

 

Һүрәт: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: