+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
1 Апрель , 13:10

Яңылыҡ еткерә беләһеңме?

Аҡһаҡалды бер танышы туҡтатҡан да: – Беләһеңме, туғандарың һинең турала нимә ти? – тигән.   – – тигән.

Яңылыҡ еткерә беләһеңме?
Яңылыҡ еткерә беләһеңме?

Аҡһаҡал:

– Миңә әйтергә теләгән яңылығыңды өс иләк аша илә. Беренсе иләк – дөрөҫлөк иләге. Әйтәһе һүҙеңдең дөрөҫлөгөндә шигең юҡмы?

Танышы уға:
Кешеләрҙән ишеттем...– тигән.

– Ышаныслы түгел, тимәк, үҙең күрмәгәнһең, үҙең ишетмәгәнһең. Икенсе иләк – мәрхәмәтлелек. Был яңылыҡты ишеткәс, миңә рәхәт буласаҡмы? – тип һораған аҡһаҡал.
– Юҡ, әлбиттә, кәйефеңде төшөрәсәк.

Аҡһаҡал:
– Өсөнсө иләк – файҙа! Был яңылыҡ миңә файҙалымы? – тигәс, танышы уға:
– Файҙалы булырына икеләнәм, – тип яуап ҡайтарған.

– Бына, күрәһеңме, һин миңә дөрөҫ түгел, өҫтәүенә файҙаһыҙ ҙа булған яңылыҡ һөйләмәксе булаһың. Шуға әйтеп тормауың хәйерлерәк, – тип үҙ юлын дауам иткән аҡһаҡал...

Килешәһегеҙме, дуҫтар?

Фото: З. Хәкимова.

Сығанаҡ: Минзия Каспранова. МАТУР ЯҘЫУ ДӘФТӘРЕ

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: