+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
3 Апрель , 19:00

Нимә мөһим: һауытмы, сәйме?

Бер төркөм уҡыусылары ҡасандыр үҙҙәренә белем биргән уҡытыусылары янына ҡунаҡҡа килгән. Һүҙ тормош тураһында барған. Һәр кем ҡыйынлыҡтар, ауырлыҡтар ха-ҡында һөйләгән.

Нимә мөһим: һауытмы, сәйме?
Нимә мөһим: һауытмы, сәйме?

Уҡытыусылары ҡунаҡтарға сәй эсергә тәҡдим итеп, аш бүлмәһенә йүнәлгән һәм бер аҙҙан төрлө һауыттарға сәй яһап алып килгән. Араларында фарфоры ла, быяла, плас­тик, гәлсәр сынаяҡтар ҙа бул­ған. Зиннәтле шәшкеләге эсемлектәрҙе күберәк һайла­ған уҡыусылары. Ябай һәм арзан һауыттарҙы береһе лә алмаған тиерлек.
– Тормоштағы һеҙҙең бөтә ауырлыҡтарығыҙ бына ошо миҫалда асыҡ күренә, – тигән уҡытыусылары, әлеге күренеште күҙәткәндән һуң.
– Аңлағыҙ, сәйҙең тәме ниндәй һауытҡа һалыуға ҡарап ҡына үҙгәрмәй. Ә һеҙ аң­лы рәүештә иң матур шәшке­ләрҙе һайланығыҙ. Һуңынан бер-берегеҙҙең ниндәй һауыттан эскәнен ҡарап сыҡтығыҙ. Хәҙер уйлағыҙ: тормош – ул сәй. Ә эш, аҡса, вазифа, йәм-ғиәт – ул һауыт һәм тормошто тотоп тороусы нәмәләр генә. Ниндәй һауытты һайлауыбыҙға ҡарап, тормошобоҙҙоң мәғәнәһе үҙгәрмәй. Әммә шул шәшкеләргә бөтә иғтибарыбыҙҙы йүнәлтеп, сәйҙең тәме хаҡында онотоп ебәрәбеҙ. Сәйҙең үҙе менән хушланы­ғыҙ!
Донъяла иң бәхетле кешеләрҙең бөтә нәмәһе лә яҡшы ғына түгел. Әммә улар булған нәмәләренең дә иң һәйбәт яҡтарын күрә белә. Бәхет ул үҙеңдә булғанды ҡәҙерләй белеү, ә теләгән нәмәңде булды­рыу ғына түгел. Тормош бик ҡыҫҡа, сәйер ҡағиҙәләрҙе бо­ҙоп, тиҙ ғәфү итеп, ихлас яратып, рәхәтләнеп көлөп йәшәргә кәрәк. Бер ваҡытта ла үҙеңде йылмайырға мәжбүр иткән ваҡиғаларға үкенергә ярамай.
Уҡытыусының уҡыусыларына әйткән һүҙҙәренә өҫтәп, тағы шуны иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Тормошта үҙегеҙгә үҙегеҙ яһалма ҡатмарлыҡтар тыуҙыр-мағыҙ, һәр нәмәне нисек бар, шулай ҡабул итеп йәшәргә тырышығыҙ. Күршемдеке матурыраҡ, ду­ҫымдыҡы яҡшыраҡ, тип көнләшмәгеҙ. Етеш тормошта йә­шәгеҙ, әммә байлыҡ артынан ҡыумағыҙ. Хикәйәттә әйтелгәнсә, иң мөһиме – сәй, ә һауыт түгел.

А. БИКЙӘНОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: