+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
9 Апрель , 20:00

Күңелдәрҙә булһын Хызыр Ильяс

Бер ауылда итексе йәшәгән. Ул дин юлындағы мосолман булған.

Күңелдәрҙә булһын Хызыр Ильяс
Күңелдәрҙә булһын Хызыр Ильяс

Байрам көндө мәсеткә барырға уйлаған. Тик шунан бер көн алда ул төш күргән. «Һин мәсеткә килә алмағас, мин үҙем байрам көнөндә һиңә килермен», – тигән бер әкрен генә тауыш ишеткән. «Хызыр Ильяс үҙе киләме икән ни?» – тип аптыраған итексе.
Иртә менән өйөндә тәртип булдырған, таҙартҡан. Байрам һыйы әҙерләгән. Шулай йөрөп ятҡанда тәҙрә янында илап торған малайҙы күргән.
Үҙенә саҡырып алып:
– Ниңә илайһың? – тип һораған.
– Бөгөн минең һуңғы аяҡ кейемем эшлектән сыҡты. Хәҙер аяҡҡа кейергә бер нәмәм дә ҡалманы. Беҙ бик ярлы йәшәйбеҙ, шуға яңыһын алырлыҡ мөмкинлегебеҙ юҡ.
Итексе уны тынысландырған да:
– Ҡана бир әле миңә аяҡ кейемеңде, хәҙер рәтләп бирермен, – тигән.
Күпмелер ваҡыттан һуң малай төҙәтелгән ботинкалары менән бәхетенән йылмайған.
Уны оҙатҡас, итексе эшен дауам иткән.
Көн дә кискә ауышҡан. Шул саҡ уның янына ярлы ғына бер ҡатын килгән.
– Һеҙ мине ғәфү итегеҙ инде, зинһар. Һеҙгә итектәремде рәтләтергә биргәйнем. Әлегә түләргә аҡсам юҡ. Көндәр һыуытып ебәрҙе, итекһеҙ йөрөү мөмкин түгел, – тигән ул.
Итексе йылмайған да:
– Итектәрегеҙ әҙер, рәхәтләнеп кейегеҙ, – тигән һәм бер тин дә аҡса һорамаған.
Төн еткән. Эштәрен тамамлаған да Хызыр Ильястың килерен көтә башлаған. Арып, йоҡларға йыйынған, түшәк йәйгән.
Шул саҡ ишек туҡылдатҡандар. Уны асҡас, бер юлсыны күрә.
– Мине йоҡлап сығырға индерә алмаҫһыңмы икән? Көндөң барына юлда килдем. Арыттырҙы. Берәү ҙә ишеген асмай, – тигән ул.
Итексе юлсыны үҙе өсөн йәйгән түшәккә һалған, үҙе иҙәнгә ятҡан.
«Бөгөн Хызыр Ильяс килмәне. Моғайын, уның иғтибарына лайыҡ кеше түгелмендер, – тип уйлай ул йоҡлап китер алдынан. – Мосолман байрамын минең менән үткәрергә теләмәгәндер».
Шундай күңелһеҙ уйҙар менән йоҡларға ятҡан итексе төшөндә йәнә теге серле тауышты ишетә:
«Һиңә бөгөн өс тапҡыр килдем. Һәр береһендә лә мине ихлас ҡаршы алдың».
Үҙеңдән башҡа кешеләрҙе әүлиә тип бел. Ярҙамға мохтаждарҙы иғтибарыңдан ситтә ҡалдырма. Ҡулыңдан килгән изгелекте эшләргә тырыш. Һинең бәләкәй генә ярҙамың да бүтәндәрҙең тормошон бөтөнләй икенсе – яҡшы яҡҡа үҙгәртеп ебәреүе ихтимал. Шундай изгелекле, ярҙамсыл кешеләр тураһында: «Хызыр Ильяс кеүек бит ул. Кәрәк саҡта ғына юлыңа осрай ҙа бәләнән ҡотҡара», – тип һөйләгәндәрен ишетергә тура килә. Һәр кем үҙен Хызыр Ильяс кеүек тотһа, донъяла бер ҡайғы-хәсрәт тә булмаҫ ине. Әйҙәгеҙ, уның һымаҡ булмаһаҡ та, изгелектәр генә ҡылып йәшәйек.


А. САРМАТОВ.

ФОТО: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: