+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
10 Апрель , 23:00

Асыл сәскә кеүек көнгә!

...Бер ҡыҙ гел яҡшылыҡ эшләгән. Ә уның яҡшылығы һәр ваҡыт ергә һалып тапалған...  

Асыл сәскә кеүек көнгә!
Асыл сәскә кеүек көнгә!

Изгелек эшлә лә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, Халиҡ белер, тигәндәр. Халиҡ, тимәк, Хоҙай.

Кешене ҡыуандырғанда уның өсөн рәхмәт йә яуап көтмәҫкә баштан уҡ үҙеңде әҙерләп ҡуйыу яҡшыраҡ. Ул күпселектә шулай эшләнә лә. Кешегә изгелек күрһәтеүҙән үҙеңә рәхәт була. Үҙеңде бәхетле итеп тояһың. Ә аш менән атҡан саҡта таш менән атһалар, изге ниәттән, ысын йөрәктән сыҡҡан ғәмәлдәреңде күрергә теләмәһәләр, йән көйә, асыу ҡабара, ул кешегә ҡарата нәфрәт тә уяныуы бар...

...Бер ҡыҙ гел яҡшылыҡ эшләгән. Ә уның яҡшылығы һәр ваҡыт ергә һалып тапалған. Шуны уйлап ҡарағас, тамам ҡайғыға төшкән был һылыу. Шул мәлдә уға бер аҡыл эйәһе осраған. Ҡыҙ уға үҙен борсоған «ниңә?» тигән һорауын биргән. Аҡыл эйәһе уға шыр яланғас сисенеп, урам буйлап үтергә ҡушҡан. Ҡыҙ был кәңәшкә ныҡ аптыранған. Нисек инде аҡыл эйәһе шулай тип әйтә ала?

– Һин, кешеләр менән аралашҡанда, ҡоласыңды йәйеп киләһең, эсеңдәге – тышыңда. Тимәк, кейемһеҙ һымаҡһың. Урамға һин бит кейенмәйенсә сыға алмайһың, шуның кеүек, кешеләр менән аралашҡанда ла асыҡ-ярыҡ булырға ярамай, – тип аңлатҡан ул.

Шунан аҡыл эйәһе һылыуҙы баҡсаһына саҡырып сығарған.

– Бына ҡара әле, хатта сәскәләр ҙә көнгә таждарын ҡапыл ғына асмай, яйлап-яйлап ҡына ҡояшҡа үрелә. Һин дә шулай бул. Барлыҡ кешегә эс сереңде һөйләмә, наҙҙарыңды түкмә.

Моғайын да, ошо һабаҡтан һуң ҡыҙ үҙен бәхетлерәк тоя башлағандыр. Донъя уға яҡтыраҡ, кешеләр ҙә миһырбанлыраҡ күренеп ҡалғандыр.

Сығанаҡ: Дилә Исхаҡова сәхифәһенән.

Фото: Зөһрә Хәкимова.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: