+7 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
17 Апрель , 13:22

Моң көсө

Бер илдә Әфләтун исемле бөйөк артист һәм музыкант йәшәгән. Ил батшаһы үҙенең һарайына уны күп тапҡырҙар саҡырған, көйҙәрен тыңлап хушланып, хисләнеп ултырыр­ға теләгән.

Моң көсө
Моң көсө

Әммә музыкант яттарҙың теләген үтәргә ашыҡмаған, сөнки донъяға үҙенең ҡарашы булған, уны был ихтыярынан бер кем дә тайпылдыра алмаған. Бигерәк тә батша һарайына барырға яратмаған.
Ләкин бер ваҡыт көтмәгәндә Әфләтундың һарайға барырға, батшаны күрергә теләге барлыҡҡа килгән. Шулай итеп, ул һарайға барған һәм уйнай башлаған. Музыка тыңларға йыйылыусылар башта бөтәһе лә көлөргә тотонған. Музыкант икенсе көйҙө уйнай башлағанға тиклем көлгән улар. Әфләтун башҡа көйгә күскәс, барыһы ла иларға тотонған. Музыкант бүтән көй уйнай башлағанға тиклем илаған улар.
Инде өсөнсө көйгә күскәс, бөтәһе лә ойоп, йоҡоға талған. Шунан Әфләтун бер ҡағыҙ киҫәгенә: «Музыкант килеп, барығыҙҙы ла көлдөрҙө, илатты һәм йоҡларға һалып, үҙе ҡайтып китте» тигән яҙыу ҡалдырып сығып киткән. Был яҙыу­ҙы ул батша алдына һалған.
Ошо күренеш музыканың ни тиклем ҙур көскә эйә булыуын күрһәтә. Ул кешеләрҙе көлдөрә лә, илата ла, тынысландыра ла. Йыр-моң борон-борондан хал­ҡыбыҙҙың юлдашы булған. Йыр менән ул хәсрәтле уйҙарын таратҡан, йыр менән яуға киткән, батырҙарын данлап көйҙәр сы­ғарған. Боронғо йырҙарыбыҙҙа күпме тарих һаҡланып ҡалған. Уға бәйле бихисап фәһемле миҫалдар килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, Башҡортостандың тәүге халыҡ артисы, нахаҡ ғәйеп менән респрессия йылдарында ҡулға алынып, төрмәгә ултыртылған йырсы, композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтов үҙенең үлеменә йырлап атлаған. Ленинград блокадаһында бөйөк композитор Дмитрий Шостакович үлемһеҙ симфонияһын ижад иткән. Әлеге көндә лә үҙебеҙҙең күренекле шағирҙар ара­һында йыр менән бик күп ауырлыҡтарҙы еңеүсе шәхестәр бар.
Йыр – кешенең мәңгелек юлдашы. Моң һәр кемдең күңелендә йәшәй. Сабый тыуғас та уҡ әсәһенең бишек йырын тыңлап үҫә. Музыканың тәьҫире хаҡында тормоштан әллә күпме миҫалдар килтерергә мөмкин. Үҙегеҙҙән генә лә быны күрә алаһығыҙ, ҡыйын саҡта ҡыс­ҡырып бер йырлап ебәрһәгеҙ, шунда уҡ кәйефегеҙ күтәрелер, ҡурай моңдарын тыңлаһағыҙ, үҙегеҙҙә бөтмәҫ көс өҫтәлгәнен тойорһоғоҙ. Тормошоғоҙҙа моңдан айырылмағыҙ, дуҫтар.

А. ДӘҮЛӘТБИРҘИН.

 

ФОТО: ya.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: