-1 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
23 Апрель , 19:16

Артыҡ байлыҡ аҫҡа һөйрәй

Бик һаран бер кеше йәшәгән. Һаранлыҡта уға тиңдәр булмаған. Ғүмере буйы йыйған алтын-көмөштәрен ергә күмеп һаҡлаған.

Артыҡ байлыҡ аҫҡа һөйрәй
Артыҡ байлыҡ аҫҡа һөйрәй

Байлығының күплегенә ҡарамаҫтан, ул һаман йыйыуын дауам иткән. Яңы алтын-көмөштәренән биҙәүестәр эшләтеп муйынына та­ғып йөрөгән. «Ниңә улар­ҙы һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтәһең, ауыр бит», – тип әйтеүселәргә:
– Алтын-көмөш миңә көс бирә, ә тәндәге көс һаулыҡ өсөн файҙалы, – тип яуап биргән.
Бер ваҡыт бай диңгеҙ буйына сауҙа итергә бар­ған. Шунда һыуҙа битен йыуырға эйелгәндә муйынындағы ауыр биҙә­үестәре аҫҡа һөйрәп диңгеҙгә ҡолатҡан. Тул­ҡындар уны торған һайын эскәрәк тартып алып киткән, муйынындағы аҫылташтар төпкә һөйрәгән. Ҡотҡарырға тырышҡан кешеләр ҙә ярҙам итә алмаған. Шулай итеп, байҙың бөтә байлығы үҙе менән бергә диңгеҙ төбөнә киткән.
Был донъяла байлыҡ артынан ҡыуып, самаһыҙ ҡыланырға ярамай шул. Бөтә нәмәлә сама белергә, алтын урталыҡты һай­ларға кәрәк.

А. ИСҠУЖИН.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: