-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Яуабың әҙәпле, иманлы булһын!

“Хәлең нисек?” – тип һораусыларға яуабың һәр ваҡыт: “Аллаға шөкөр!” булһын, балам. Шул еткән. Бәлки, тап ошо мәлдә йөрәгеңде берәй хәсрәт өтөп баралыр, йәки шатлығың эсеңде тишеп сығып киләлер... 

Яуабың әҙәпле, иманлы булһын!
Яуабың әҙәпле, иманлы булһын!

Тик кемгә кәрәк ул? Һәр кемдең – үҙ шатлығы, үҙ ҡайғыһы, үҙ мәшәҡәте. Сит кешегә тағы нимәгә үҙеңдекен йөкмәтергә? Ҡайғыһы булғаны һинең шатлығыңа көнләшеп күҙектерер, шатлығы булғаны һинең ҡайғыңды аңлап бөтмәҫ.

Әҙәп өсөн генә бирелгән һорау ул: “Хәлең нисек?” Яуабың да әҙәпле, иманлы булһын — “Аллаға шөкөр!” Ошо ике һүҙ үҙ эсенә бөтәһен дә алған. Һин бөгөн һауһың һәм шуның өсөн Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтлеһең — шул иң мөһиме!

Рәхимә Мусина.

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: