-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
29 Июль , 15:05

Дуҫ ҡасан һынала?

Бер йәш егет бик бай эшҡыуарҙан уның уңышының сере ниҙә булыуын һораған. Ярлы ғына малайҙан нисек шулай ҙур мөлкәт эйәһенә әүерелеүен белергә теләгән.

Дуҫ ҡасан һынала?
Дуҫ ҡасан һынала?

– Мин дуҫтарҙы дөрөҫ һайларға өйрәндем, – тип яуап бирә тегеһе. – «Дуҫтар бәлә килгәндә һынала», тигәнде ишеткәнең бармы? – тип һорай ул йәнә.

– Эйе! Мин эшемдә тап шулай итәм дә, – тигән йәш егет.

– Онот ул һүҙҙәрҙе, төптө дөрөҫ түгел был. Дуҫтар шатлыҡта һынала!

Эшҡыуарҙың ошо һүҙҙәрен ишеткәс, тамам аптырауға ҡала егет.

– Уйлап ҡара әле, ҡыйын сағыңда дуҫыңа йүгереп барһаң, уның менән уртаҡлашаһың. Хәҙер икәүләп ҡайғыраһығыҙ. Шулаймы? Ә был дөрөҫмө? – тип һорай эшҡыуар.

– Эйе, – тип яуап бирә егет. – Дуҫым мәсьәләне хәл итергә ярҙамлаша.

–  Тәүҙә ул, бәлки, ярҙам итер, ә ҡалғандарында бер нисек тә булыша алмаясаҡ. Һине йәлләйәсәк кенә.

– Был да һәйбәт тә инде, миңә теләктәшлек белдерә, тимәк.

– Бер ҙә һәйбәт түгел. Һин мәсьәләңде хәл итешер урынға үҙеңде йәлләй башлаясаҡһың. Мин дуҫтарымдан уңдым, –  тип һөйләгән эшҡыуар, – тормоштағы юлдаштарым мине йәлләмәнеләр ҙә, мәсьәләләремде хәл итргә тырышманылар ҙа. Улар минең уңыштарға шатландылар ғына! Ысынлап та, әгәр һинең ниндәйҙер ҡыйынлыҡтарың килеп тыуа икән, һин уларҙы үҙ аллы хәл ит, бары шунан һуң ғына дуҫтарың янына бар һәм еңеүеңде бергәләп билдәлә. Икенсе кешене йәлләү еңел ул. Ә бына ситтәрҙең уңышына ихлас һөйөнә белеү һәр кемдең дә йөрәгенән килмәй, уға кешенең күңел киңлеге кәрәк, уға өйрәнергә кәрәк. Бына ошо була инде ысын дуҫлыҡ һәм ул миңә уңыштар яуларға ярҙам итә!

Эшҡыуарҙың әле әйткәндәре йәш кешене уйландырмай ҡалмағандыр. Уңышһыҙлыҡтарға көйөнөп ултырыу ғына ысын дуҫтың ярҙамы түгел шул. Уның ышанысы кешегә көс бирә, терәк була. Үҙендә ошондай ярҙам тойғандар дуҫтарының ышанысын аҡлар өсөн өмөтләнеп, сәмләнеп эшкә тотона һәм ауырлыҡтарҙы еңә. Дуҫтарҙы һайлай белергә лә, аңлай белергә лә кәрәк шул. Улар ҡушылып илар өсөн түгел, ә дәртләнеп йырлар өсөн кәрәк. Ә һеҙҙең бармы шундай дуҫтарығыҙ?

А. ТЕМӘСОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: