-6 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
27 Август , 12:16

Һәр ваҡыт улай булмаҫ

Бер кеше урам буйлап йөрөп ятҡанда юл ситендә ултырған ҡартты күрә лә янына барып былай ти...

Һәр ваҡыт улай булмаҫ
Һәр ваҡыт улай булмаҫ

Бер кеше урам буйлап йөрөп ятҡанда юл ситендә ултырған ҡартты күрә лә янына барып былай ти:
– Һин оло тормош юлы үткәнһең, шуға ла бик аҡыллыһыңдыр, әйт әле миңә: йәшмен, көслөмөн, әммә бер ҡайҙа ла эш таба алмайым. Улым насар юлға баҫты, ҡыҙымдың йәше барһа ла тормош юлдашы булырҙай кеше таба алмай. Ҡатыным ялҡау, өйҙә бер нәмә лә эшләмәй. Ни ҡылырға миңә? Был хәлдәрҙе нисек төҙәтергә?
– «Һәр ваҡыт улай булмаҫ» тигән һүҙҙәрҙе таҡтаға яҙып, ишегеңә элеп ҡуй.
– Шул ғынамы? – тип ғәжәпләнә ир.
– Эйе.
Ир ҡарт ҡушҡандарҙы эшләй. Күпмелер ваҡыттан һуң уның өйөндә үҙгәрештәр башлана: улы, насар ғәҙәттәрен ташлап, дин юлына баҫа; ҡыҙы ғашиҡ булып, бер егеткә кейәүгә сыға. Ҡатыны ла һәйбәт хужабикә булып китә, үҙе иһә яҡшы эшкә урынлаша, йәйәү түгел, ә ҡиммәтле машинала йөрөй башлай.
Күпмелер ваҡыт үтә. Ҡартты осратҡан урам буйлап китеп барғанда, был кеше йәнә уны күреп ҡала. Янында туҡтап, машинаһынан сығып тормай, тәҙрә быялаһын ғына төшөрөп ҡартҡа былай ти:
– Һаман ошонда ултыраһыңмы? Мин бөтә нәмәгә өлгәштем, – тип ғаиләһендәге уңыштарын һөйләп бирә. – Ә һин ике йыл элек нисек ултырһаң, һаман шул ерҙәһең. Хәҙер миңә ниндәй кәңәш бирер­һең?
Ҡарт быға ҡараған да:
– Ишегеңдәге яҙыуҙы алма... – тип яуап биргән.
Тормошта һәр кемдең дә төрлө сағы була. Ҡыйын мәлдәрҙә түҙергә, яҡшы ваҡытта шөкөр итергә, ҡәҙерен белергә, һауаланмаҫҡа, маҡтанмаҫҡа, ауыр йәшәгәндәргә ярҙам итергә, кешелекле булып ҡалырға кәрәк. Тормош әле генә күккә сөйә, данға күмә, байлыҡта һынай, икенсе ҡарағанда упҡынға ташлай, сирҙәр, хәсрәттәр ебәрә, күтәргеһеҙ һынауҙар алдына килтереп баҫтыра. Ниндәй осраҡта ла кеше булып ҡалыу мөһим. Әлеге ҡарт әйткәнсә, һәр ваҡыт улай булмаҫ. Ауырлыҡта – түҙергә, яҡшыһында шашмаҫҡа кәрәк...


А. САРМАТОВ.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: