0 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
16 Октябрь 2024, 13:49

Сығанаҡ – бер, шишмә – ике

Тау башынан, ҡарҙар араһынан шишмә урғылып сыҡҡан. Ул киләсәктә кешеләрҙе – һыуға, ерҙе, үҫемлектәрҙе дымға туйындырырға хыялланған.

Сығанаҡ – бер, шишмә – ике
Сығанаҡ – бер, шишмә – ике

Йырлай-көйләй, гөрләй-гөрләй аҫҡа табан ашыҡҡан. Әммә бер мәл юлында ҡалҡып торған ҡая ташҡа килеп төртөлгән һәм икегә бүленгән: бер яртыһы – уңға, икенсеһе һулға ағып китә.
Уң яҡҡа аҡҡаны тәбиғәттә һирәк осрай торған минералдар аша үткән һәм уларҙы һыйпап, наҙлап уҙған. Ә таштар рәхмәт йөҙөнән шишмә һыуын шифалыға әйләндергән. Кешеләр был һыуҙы кинәнеп эскән һәм сирҙәренә сихәт тап­ҡан, шишмәгә рәхмәт уҡыған. Шишмә лә үҙен бик бәхетле һанаған.
Һул яҡҡа аҡҡаны икенсе төрлө минералдар аша үткән, уларҙы ямап-ямап киткән. Был таштар һыуҙы ағыулаған, уны сирҙәр һәм үлем сығанағына әйләндергән. Шишмәнең ауырыу­ҙар таратыуын аңлаған кешеләр уны ҡәһәрләгән, башҡаларҙы ла иҫкәрткән. Шулай итеп, иң баштағы хыялы үлемесле ағыуға әйләнгәнен белгән шишмә асыу менән тулған.
Уңдан киткәне лә, һул яҡҡа аҡҡаны ла икеһенең дә башланғыс сығанағы бер булыуын белмәгән, юлдарында осраған суҡайып торған ҡая таштың уларҙы айырғанын аңламаған.
Ҡаяға үрмәләүсе берәй ҡыйыу егет табылып, шишмә сыҡҡан тау башына менеп, әлеге һерәйеп торған был ташты емереп, шишмә ағышын уң яҡҡа ғына бороп ебәрмәҫме икән бер заман?
Ошо ғибрәтле хикәйәт төрлө уйҙарға һала. Ике шишмә – ике кеше яҙмышы бит. Оло тормош юлына баҫҡан саҡта яныңда кемдәр осрай, улар һиңә нисек йоғонто яһай, яҡшыға өйрәтәме әллә яманғамы – йәштәрҙең киләсәге лә шуларға бәйләнгән. Тормошта яҡшы, ышаныслы, тоғро дуҫтар һайлай белергә, аҡыллы, һәйбәт, фәһемле китаптар уҡырға, өләсәй-олатайҙарҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға, атай-әсәйгә терәк булырға кәрәк.

М. АЗАМАТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: