0 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
31 Октябрь 2024, 13:20

Нисек көслө булырға?

Бер Уҡыусы Уҡытыусыһы янына килә лә былай ти: – Мин шул тиклем арыным, тормошом ауыр, төрлө проблемалар тыуып ҡына тора, гел генә ағымға ҡаршы йөҙөп хәлем бөттө. Миңә нимә эшләргә? Кәңәш бирһәгеҙсе...

Нисек көслө булырға?
Нисек көслө булырға?

Уҡытыусы яуап ҡайтараһы урынға өс бер төрлө һауытҡа һыу һалып утҡа ҡуйған. Тәүге һауытҡа – кишер, икенсеһенә – йомортҡа, өсөнсөһөнә ҡәһүә һалған. Бер аҙ ваҡыт үткәс, кишерҙе һәм йомортҡаны һыуҙан алған һәм өсөнсө һауыттан сынаяҡҡа ҡәһүә ҡойоп, Уҡыусыһы алдына ҡуйған. Шунан:
– Нимә үҙгәрҙе? – тип һораған.
– Йомортҡа менән кишер беште, ә ҡәһүә һыуҙа ирене, – тигән Уҡыусы.
– Юҡ, был тыштан ҡарағанда ғына шулай. Ҡара – ҡаты кишер ҡайнар һыуҙа булғандан һуң йомшарҙы, ә һаҡһыҙ тотонһаң, ватылырға ғына торған йомортҡа ҡатыға әйләнде. Тыштан улар үҙгәрмәне, тик уңайһыҙ шарттарҙа бер үк йоғонтоға дусар булып, эс яҡтан үҙгәрҙеләр.
Кешеләр ҙә шулай... Ҡарап тороуға көслө генә һымаҡ күренгән кешеләр йомшарып, көсһөҙләнеп ҡалырға мөмкин, ә нескә күңелле йомшаҡ кешеләр, киреһенсә, шундай шарттарҙа ҡалғанда нығыналар ғына.
– Ә ҡәһүә? – тип һорай Уҡыусы.
– О! Иң ҡыҙығы шул! Ҡәһүә орлоҡтары үҙҙәре өсөн ҡур­ҡыныс шарттарҙа тулыһынса иреп, ҡайнар һыуҙың үҙен үҙгәртеп, хуш еҫле эсемлеккә әйләндерҙе...
...Хикәйәттең фәһеме шунда: көслө кешеләр тормоштарында осраған ауырлыҡтарға ҡарап үҙгәрмәй­ҙәр, киреһенсә, шул шарттарҙың яҡшы яғын күрә белеп, ғибрәт алып, хәл-ваҡиғаларҙы һәйбәт яҡҡа көйләйҙәр һәм үҙҙәре тағы ла көслөрәккә, аҡыллыраҡҡа, белемлерәккә, нығыраҡҡа әйләнәләр.

М. АЗАМАТОВ.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: