0 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
9 Ноябрь 2024, 12:04

Йәшәргә бөркөттәрҙән өйрән

Бөркөт буй еткеһеҙ ҡая табырға, унда үҙенә оя ҡорорға, таштарға ышҡып иҫке суҡышын төшөрөргә, шунан яңыһы үҫкәнен көтөргә тейеш. Уға яңы суҡышы менән иҫке тырнаҡтарын тартып алырға, ауырайған ҡаурыйҙарынан ҡотолорға, яңы тырнаҡтарының, йәш ҡаурыйҙарының үҫкәнен көтөргә кәрәк.

Йәшәргә бөркөттәрҙән өйрән
Йәшәргә бөркөттәрҙән өйрән

Бөркөттәргә тәбиғәттән етмеш йыл ғүмер бирелә. Әммә бөтәһе лә был йәшкә тиклем барып етмәй. Ҡырҡ йәштәрҙә бөркөттөң көслө суҡышы тупаҫлана башлай һәм ул үҙенең табышын йолҡҡолап ашай алмай. Осло, үткер тырнаҡтары ла үтмәҫләнә һәм уның һунарҙа табышын күтәрергә көсө етмәй. Ҡанаттарындағы ҡаурыйҙары майлана, ауырая һәм ул бөркөттө ерҙән күтәрә алмай. Ошо ғүмер осорон үткәреп ебәрергә бөркөткә тик бер ысул ғына ҡала. Ул 150 көнгә һуҙыла.
Бөркөт буй еткеһеҙ ҡая табырға, унда үҙенә оя ҡорорға, таштарға ышҡып иҫке суҡышын төшөрөргә, шунан яңыһы үҫкәнен көтөргә тейеш. Уға яңы суҡышы менән иҫке тырнаҡтарын тартып алырға, ауырайған ҡаурыйҙарынан ҡотолорға, яңы тырнаҡтарының, йәш ҡаурыйҙарының үҫкәнен көтөргә кәрәк. Әгәр ҙә бөтә ошо һынауҙарҙы үтеп, тере ҡалһа, тәбиғәт биргән тағы утыҙ йылды йәшәйәсәк, һауала осасаҡ һәм һунар итәсәк.
...Бөркөт яҙмышы ла кеше тормошона оҡшаш түгелме? Әҙәм балаһының да ҡырҡ йәшкә еткән осоро күп осраҡта һынауҙар, үҙгәрештәр менән билдәләнә. Ауырлыҡтарға бирешмәҫ өсөн кешегә үҙен үҙгәртергә лә тура килә хатта. Ул мәлдә ҡурҡыу, һыҙланыу, икеләнеү, яңғыҙлыҡ кеүек хистәр биләп ала күңелде. Кеше үткәнендәге хәтирәләрҙән, ғәҙәттәренән, үҙен сикләгән ышаныстарынан ҡотолорға тейеш. Бары тик шул саҡта ғына ул ауыр йөгөн алып ташлап, йәшәргә көс таба, әлеге көнөнән ҡәнәғәтлек кисерә, үҙен киләсәккә әҙерләй.
Бөркөт хаҡындағы был хикәйәт менән танышҡас, бөгөнгө мәктәп уҡыусылары, әле ҡырҡ йәшкә етмәгәнбеҙ, был беҙгә ҡағылмай, тип уйлауҙары бар. Эйе, һеҙ әле бәләкәй, үҫмер осороғоҙҙа йәшәйһегеҙ. Ләкин тормошта ауырлыҡтар төрлө йәштә лә осрап тора. Ҡайһы саҡ хәл итмәҫтәй мәсьәләләр алдына ла ҡуя беҙҙе яҙмыш. Шул ваҡытта, әлеге бөркөттәй, артабан йәшәргә ҡамасаулаған иҫке ғәҙәттәрҙән, насар ҡылыҡтарҙан ҡотолорға үҙеңдә көс табырға кәрәк. Яңыса фекер йөрөтөргә, алға ҡарап ынтылырға, яҡшыға ышанырға, өмөтләнергә, бирешмәҫкә, бирелмәҫкә. Тәбиғәттең сая ҡошо бөркөт яҙмышы күптәргә өлгө булырлыҡ.

М. АЗАМАТОВ.

 

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: