0 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
22 Ноябрь 2024, 09:26

Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе

«Өләсәйҙәр мәктәбе» хаҡында күптәрегеҙ ишетеп беләлер. Ул «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни үҙәге ҡарамағында 2015 йылдан эшләп килә.

Ололар һүҙе –  аҡылдың үҙе
Ололар һүҙе – аҡылдың үҙе

 Проект авторы – яҙыусы, журналист, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, дәреслектәр авторы Мәрйәм Бураҡаева. Әле уның ике проекты тормошҡа ашырыла. Береһе – «Урал батыр мәктәбе», икенсеһе «Өләсәйҙәр мәктәбе» тип атала. Был йәһәттән республикала, мәктәптәрҙә ҙур эштәр башҡарыла. «Урал батыр» проекты буйынса ошо йүнәлештәр билдәләнгән: «Тау буйҙары йәшәрһен, мәңге үлмәҫ төҫ алһын», «Еферҙәрҙең алдында күҙенә керпек булығыҙ», «Ил ынйыһын йәшереп ергә күмеп ҡуймаҫҡа», «Яҡшынан эскәне һыу булыр, ямандан эскәне ыу булыр», «Ил күрергә сыҡтым мин, Ер ҡошонан түгелмен. Йәшәй торған илем бар, Илһеҙ етем түгелмен». Быларҙың барыһы ла – «Урал батыр» эпосынан алынған юлдар. Артабан: «Атамдың хаҡы өсөн, әсәмдең хәтере өсөн тағы ла бер һынайым», «Күккә менер баҫҡысһыҙ, ерҙе асыр асҡысһыҙ», «Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ ҡыла торған йола бар», «Йәншишмәнән һыу алып, үлгәндәрҙе терелтеү өсөн тыуған батырмын».

Ә бына «Өләсәйҙәр мәктәбе» «Олоно оло итегеҙ, кәңәш алып йөрөгөҙ, кесене кесе итегеҙ, кәңәш биреп йөрөгөҙ» тигән йүнәлеш буйынса эшләй.

– Маҡсатыбыҙ – балаларыбыҙҙы рухлы итеп тәрбиәләү. Урыҫ телен үҙ иткән йәш быуын үҫеп килә. Уларға туған телде өйрәтеү өсөн бик күп эш тәр башҡарабыҙ. «Бәйләнештә» селтәрендә лә, ватсапта ла дәрестәр үткәрәбеҙ. Тик туған телдә генә һөйләшәбеҙ, һәр эшебеҙҙе халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп алып бара быҙ. Үҙем Мәрйәм Бураҡаеваның «Тормош һабаҡтары» дәреслеген ҡулланырға тырышам. Төрлө темаға әңгәмәләр ойошторам. Әйткәндәй, улар бик йәнле бара, – ти «Өләсәйҙәр мәктәбе»нең етәксеһе Тәнзилә Яҡуп ҡыҙы Бикбаева. Төркөмгә белемле, аҡыллы, эшлекле, ихлас өләсәйҙәр йыйылған. Улар Өфө мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында матур осрашыуҙар үткәрә, күргәҙмәләр ойоштора, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Төркөмгә видеоларын һала баралар. Ә башҡалар уларға ҡарап өлгө ала, рәх-мәттәрен әйтә. Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан 112се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында бик матур сара үтте. Унда беҙҙең иң әүҙем өләсәйҙәребеҙ – Зөләйха Рыҫҡолова, Ғәбиҙә Вәлиева, Сәбилә Хәбибуллиналар үҙҙәренең ҡул эштәре күргәҙмәһен ойоштороп, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Өлкәндәр менән бергә балалар ҙа өләсәйҙәрҙең балаҫ һуғыу, тамбур менән сигеү серҙәрен өйрәнеп, селтәрҙәр эшләгәндәрен күреп, үҙҙәрен һынап ҡараны. Ә «Бишбармаҡ» кулинария студияһында ҡыҙҙар, малайҙар улар менән бергә милли аш-һыуҙарыбыҙҙы әҙерләргә өйрәнә.

Ошондай өләсәйҙәр булғанда телебеҙ юғалмаҫ, милли ҡиммәттәребеҙ ҙә һаҡланып ҡалыр, тип уйлайым. Әлдә улар бар әле. «Өләсәйҙәр мәктәбе»нә республиканың төрлө төбәктәренән бик күп өләсәйҙәр ҡушылды хәҙер. Эшләүе тағы ла күңеллерәк. Һеҙ ҙә үҙегеҙ йәшәгән ауылда йәки ҡалала өләсәйҙәр менән ниндәйҙер саралар үткәрәһегеҙҙер. Шул турала беҙгә лә яҙып ебәрегеҙ.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Өфө ҡалаһы.

Фото: bishbarmak

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: