0 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
18 Декабрь 2024, 11:05

Һәр кәңәш тә файҙамы?

...Кешеләр араһында ла кәрәкме-юҡмы кәңәш биреүселәр бар. Һәр береһенә лә ҡолаҡ һалыу дөрөҫмө?

Һәр кәңәш тә файҙамы?
Һәр кәңәш тә файҙамы?

– Ой, ниндәй сәнскеләр,– тигән Төлкө Терпенең энәләренә ҡарап, үҙе ирендәрен ялап ала икән, – хәҙер бер кем дә бындай причёска йөрөтмәй. Тап-таҡыр итеп алдырыу модала.
Төлкөнөң кәңәшен тотоп, Терпе ҡалаға сәсен алдырырға тип юлға сыҡҡан. Янынан осоп үтеп барышлай Өкө лә уға үҙенең кәңәшен бирергә ашыҡҡан:
– Сәсеңде алдырғас та башыңа ҡыяр лосьоны һиптерергә онотма, кишер һыуы менән дә һөртөп ҡуйһындар.
– Ниңә? – тип аптырап һораған Терпе.
– Төлкөгә һине ашарға тәмлерәк булһын өсөн! – тип аңлатҡан Өкө. – Быға тиклем сәнскеләрең уға ашарға ҡамасаулай ине бит.
Шул саҡта ғына Терпегә Төлкөнөң әйткән һүҙҙәренең мәғәнәһе барып еткән. Һәр кәңәшкә лә ҡолаҡ һалып барырға ярамай шул. Кәңәш биреүсеһенә ҡарарға кәрәк.
...Кешеләр араһында ла кәрәкме-юҡмы кәңәш биреүселәр бар. Һәр береһенә лә ҡолаҡ һалыу дөрөҫмө? Үҙеңсә уйлап ҡына, төрлө яҡтан үлсәп кенә эшләргә кәрәк. Төлкө һымаҡ, үҙ файҙаһын ҡайғыртып йәки көнләшеп, үс алыр өсөн дә төрлөсә кәңәш биреүҙәре мөмкин. Сетерекле осраҡта өлкәндәр, яҡын кешеләрең, дуҫтарың менән кәңәшләшеп, ә иң мөһиме, үҙ башың менән ентекләп уйлап мәсьәләне хәл итеү кәрәк.


М. АЗАМАТОВ.

Фото: yandex.ru.

 

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: