– Юҡ, бирмәйем, үҙемдеке лә аҙ!
– Эй, Һаран, бәләкәйерәк кәстрүлеңде бир һуң!
– Бәләкәсен дә бирмәйем!
– Эй, Һаран, улайһа, иң ныҡ бәләкәйен булһа ла бир!
– Әйттем бит, бирмәйем, тигәс, бирмәйем.
– Ярай, бирмәйһең икән, бирмәйһең инде. Мә, һиңә бөйөрөк!
– Бир! Ә ниңә берәү генә? Һин бит йомартһың.
– Мин күберәк бирергә уйлағайным да, үҙең бит кәстрүлеңде йәлләнең. Һаранлығың үҙеңә шулай кире ҡайтты инде!
Тормош ҡануны шулай: нимәлер алыр өсөн тырышып уҡырға кәрәк. Етеш тормошта йәшәйем тиһәң, ҡара тиреңде түгеп, ал-ял белмәй эшләргә тейешһең.
Һәйбәт дуҫтарыңдың булыуын теләһәң, үҙеңә лә дуҫ була белергә кәрәк. Был тормошта алсаҡ булып йәшәһәң, үҙеңдең тирәңдә лә илгәҙәк, ихлас дуҫтар йыйыласаҡ. Йомарт булһаң, үҙеңә лә изгелек булып ҡайтасаҡ. Нимә бирәһең – шуны алаһың. Тормош – ул бумеранг.
М. АЗАМАТОВ.
Фото: yandex.ru.