Ул Хужа Насретдинды үҙенә саҡырған да:
– Кешеләр һине бик аҡыллы, теләһә ниндәй һорауҙарға ла яуап таба белә, тиҙәр. Әйт әле миңә: был ишәк менән нимә эшләргә?
Хужа бер ҙә аптырап ҡалмаған:
– Аллаға рәхмәт яуһын! Был ишәк ябай ғына түгел икәнлеген күреп торам. Һин уны миңә бир, батшам, һөйләшергә өйрәтәсәкмен, – тигән.
Батшаны был тәҡдим ныҡ ҡыҙыҡһындырған. Үҙенең һарайында шундай ғәжәйеп йән эйәһенең булыуын бик теләгән. Шуға ла:
– Яҡшы, мин уны һиңә бирәм. Тик үҙеңдең ниндәй шарттарың булыр? – тип һораған.
– Минең шарттарым һинең өсөн әҙерәк ҡатмарлыраҡ тойолор, – тигән Насретдин. – Тик ишәкте һөйләшергә өйрәтеү еңел эш түгел. Һин миңә биш йыл һәм бер мең алтын аҡса бир.
Батша риза булған, ә Хужа Насретдин аҡсаны һәм ишәкте алып ҡайтып киткән. Өйөндә бөтәһен дә ҡатынына һөйләп биргән. Уныһы борсолоп:
– Хәйерлегә түгел был! Һин нисек батшаға шундай вәғәҙә бирә алдың? Уның ҡәһәренән ҡурҡмайһыңмы ни? Ишәк бит һөйләшергә өйрәнә алмаясаҡ та баһа!
– Әлбиттә, өйрәнә алмаясаҡ, – тигән аҡыл эйәһе.
– Һуң шулай булғас, ниңә был эшкә риза булдың? – тип һораған ҡатыны.
– Нисек, ни өсөн? Күрәһеңме, күпме аҡса алып ҡайттым мин, – тигән Хужа.
– Ә биш йылдан һуң батшаға нимә тип әйтерһең? – тип һаман тыныслана алмаған ҡатыны.
Насретдиндың быға ла яуабы әҙер икән:
– Ошо мең алтын тәңкәне ал да нимәгә теләйһең, шуға тотон. Кем белә, шул биш йыл эсендә йә ишәк, йә батша үҙе үлеп китер, – тигән.
Был хикәйәттән ниндәй һығымта яһарға була, тиһегеҙме? Беренсенән, Хужа Насретдиндың зирәклегенә һоҡланаһы ғына ҡала. Икенсенән, беҙҙең башҡорт халҡының бик тапҡыр бер мәҡәле иҫкә төшә: «Балта сапҡансы түмәр ял итә».
Был инде тормошта килеп сыҡҡан мөмкинлектән, уңайлы осраҡтан файҙаланып ҡалырға кәрәк, тигәнде аңлата булыр. Бер эшегеҙ килеп сыҡмай икән, аптырап ҡалмағыҙ, икенсе юлдары асылыр. Шуға эске тойомлауығыҙға, һиҙемләүегеҙгә лә иғтибарлы булырға кәрәк.
М. АЗАМАТОВ.
Фото: yandex.ru.