Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
30 Ғинуар 2025, 10:43

Балта ҡасан эшләй?

Атай кеше өс улына мираҫ ҡалдыра: олоһона – йорт, уртансыһына – һыйыр, кесеһенә – балта.

Балта ҡасан эшләй?
Балта ҡасан эшләй?

Күпмелер йәшәгәндән һуң олоһоноң өйө туҙа башлаған, уртансыһының һыйырының һөтө кәмегән. Ә кесеһе балтаһы менән тегеһен дә рәтләгән, быныһын да эшләгән. Ҡалалар төҙөгән, күперҙәр һалған, тирмән ҡорған. Тора-бара үҙенә өй ҙә һалған, һыйыр һатып алған.
Ағалары туғандарының балтаһы сихырлы тип уйлап, уны урларға булған. Ә балта үҙе эшләмәй икән. Моғайын, сихри көсө бейәләйҙәрендәлер, тип уныһын да сәлдергәндәр. Ләкин тағы ла алданғандар. Ә кесе ҡустылары, оҫта булғас, аптырап ҡалмаған, яңы балта менән эш бейәләйҙәре һатып алған да һаман төҙөүен белгән. Шунда ағалары хикмәт балта менән бейәләйҙә генә түгел икәнлеген аңлаған да үҙҙәре лә оҫта булып киткән.
Ҡорал үҙенән-үҙе эшләмәй шул. Уның өсөн ҡулдар­ҙың оҫта булыуы мөһим. Ә оҫталыҡҡа теләгән кешеләр ҡасан да өйрәнә, сабыр, түҙем, тырыш булырға, алдыңа ҡуйған маҡсатыңа өлгәшергә, ялҡауланмаҫҡа, бүтәндәргә көнләшмәҫкә генә кәрәк.

М. АЗАМАТОВ.

 

Фото: yandex.ru.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас