Ләкин ул элегерәк төҫһөҙ генә бер бөжәк булған. Ҡалғандар үҙҙәренең сағыу төҫтәре менән маҡтанған һәм уға иғтибар ҙа итмәгән. Ә колорадо ҡуңғыҙы хатта мыҫҡыл итеп көлгән.
Бәләкәй бөжәк бик ҡайғырған. Бер көн иртән ҡояш нуры уның арҡаһынан һыйпаған. Бөжәк, үҙен кемдеңдер яратыуын белеп, бик ҡыуанған. Рәхмәт йөҙөнән уның да изгелек эшләгеһе килгән. «Бынау япраҡтарҙы ҡорттарҙан таҙартайым әле», – тип уйлаған. Шулай итеп, ул япраҡ артынан япраҡ, ботаҡ артынан ботаҡ таҙарта торғас, тотош бер ағасты ҡоротҡос ҡорттарҙан азат иткән. Ағастағы һәр япраҡ уға: «Рәхмәт, һин беҙҙе ҡотҡарҙың!» – тигән. Һоро бөжәк быға бик шатланған, уңайһыҙланыуынан ҡыҙарынған. Ул шул тиклем матур булып киткән. Шунан бирле һәр ваҡыт балҡып торған, йөҙөнән шатлыҡ китмәгән. Үҙен бөтәһе лә яратҡан һәм «Ҡояш апай» тип йөрөтә башлаған. Кешеләр бөжәк күккә осҡанда теләктәр теләгән һәм ул мотлаҡ тормошҡа ашҡан.
Был донъяла һәр кем шулай бәхетле була ала. Тик кешеләргә яҡшылыҡ эшләргә генә кәрәк.
М. АЗАМАТОВ.