+7 °С
Облачно
VKOKTelegram
Тәрбиә мәктәбе
4 Апреля 2025, 11:49

Кем нимә эшләй?

Өс кеше таштар аҡтарған.

Кем нимә эшләй?Кем нимә эшләй?
Кем нимә эшләй?

Берәүһенән:
– Һин нимә эшләйһең? – тип һорағандар.
– Күрмәйһеңме ни, бил бөгәм, тир түгәм, – тип яуаплаған ул.
Икенсеһенә лә шундай уҡ һорау менән мөрәжәғәт иткәндәр. Ул, еңдәрен һыҙғанып, бик эшлекле ҡиәфәттә:
– Аҡса эшләйем, – тип яуап биргән.
– Ә һин? – тип һорағандар өсөнсөһөнән дә. Ул күккә ҡараған да:
– Мәсет төҙөйөм! – тип яуап ҡайтарған.
...Алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәгәндәрҙең генә тормоштары мәғәнә менән тула.


А. ИСҠУЖИН.

 

Фото: yandex.ru.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас