Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
28 Июнь 2025, 15:05

Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә

Ҡош-ҡорттоң да үҙ ояһы бар.

Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә
Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә

Өйләнмәгәндең йорто юҡ, йорто булмағандың — иле юҡ.

Туймаҫ элек туя бел, ҡалағыңды ҡуя бел.

Һайланған — һаҙға батҡан.

Һөймәгәнгә һөйкәлмә.

Һөнәр - ирҙең ҡанаты.

Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.

Пар ҡанат талмай.

Өйләнеү - көйләнеү.

Оялсан егет йәрһеҙ ҡалыр.

Ояңа ҡарап ҡанат ҡаҡ.

Ояһында ни булһа, осҡанында шул булыр.

Намыҫлы ир хур булмаҫ.

Матурлыҡ туйҙа кәрәк, уңғанлыҡ көн дә кәрәк.

Килен ҡәйнә тупһаһынан.

Көндөҙ йоҡлаған ир уңмаҫ.

Иҙел даны менән боҙ китә, атай даны менән ҡыҙ китә.

Ил яҙмышы — ир яҙмышы.

Ир аҡылы — бер алтын, ил аҡылы — мең алтын.

Ир таба, ҡатын тота.

Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас