Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә мәктәбе
13 Ғинуар , 20:00

Атайҙар бергә йыйылды

Ауыл мәктәптәрендә тик үҫмер­ҙәрҙән торған хорҙы күргән юҡ ине әле. Барыһы – 65 егет! Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусылары шулай бергәләп йырлай. Һоҡланғыс тамаша!

Атайҙар бергә йыйылды
Атайҙар бергә йыйылды
Иҫке Сибай мәктәбе уҡыусылары шулай бергәләп йырлай. Һоҡланғыс тамаша! Уларға ҡарап ҡына ла был белем усағында ниндәй рухлы, һәләтле йәш быуын үҫеп килеүен күрәһең. Был, әлбиттә, мәктәп директоры Сәлих Рафиҡов, хеҙмәт уҡытыусыһы, ауылдың Атайҙар ҡоро рәйесе Сибай Утарбаев, физкультура уҡытыусыһы Ирина Хәмитова, тәрбиәүи эш буйынса директор урынбаҫары Юлиә Ваһапованың тынғыһыҙ эштәренең бик ҙур тәрбиә-хеҙмәт һөҙөмтәһе инде.
 
 
Иҫке Сибай мәктәбендә Урал аръяғы райондарының Атайҙар ҡороноң төбәк-ара форумы үтте. Был сара беренсе тап­ҡыр ойошторолдо. Унда Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Йылайыр, Ейәнсура, Әбйәлил һәм Хәйбулла райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан вәкилдәр ҡатнашты. Шулай уҡ Өфөнән «Ирҙәр ҡоро» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров та килгәйне.
– Форумдың төп маҡсаты – ошо изге эште тирә-яҡҡа таратыу һәм башҡаларҙы ла уның менән ҡыҙыҡһындырыу. Уҡыу­сыларҙа Тыуған илебеҙгә ҡарата илһөйәрлек, телһөйәрлек тәрбиәләү, – ти ҡор рәйесе Сибай Утарбаев.
Килгән ҡунаҡтарҙы яңы белем усағында башланғыс синыф уҡыусылары шиғыр һөйләп, йыр йырлап ҡаршыланы. Фойела бай күргәҙмә урынлаштырылған. «Шәфәҡ» ағинәйҙәр ойошмаһы ағзаларының ҡул эштәре барыһын да хайран ҡалдыр­ғандыр, моғайын. Шулай уҡ ир-егеттәр­ҙең дә оҫталығын күреп һоҡланырлыҡ ине.
«Тылсымлы ҡурай илендә», «Мәктәп музейы», «Робот техникаһы», «Мәргән уҡсы», «Шайморатовсылар синыфы»... Форумда ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы майҙансыҡтар, осрашыуҙар көтә ине.
Сараның төп өлөшө эшлекле һөйләшеүгә ҡоролғайны. Зариф Байғусҡаров «Ғаиләгә заманса дәүләт ярҙамы: яңы ҡанундар һәм атайҙарҙың ролен күтәреү» темаһына сығыш яһаһа, башҡалар ата кешенең һүҙе, көсө, тормошта тотҡан урыны хаҡында һөйләне. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов: «Атай – ул хәстәрлекле ғаилә башлығы, балаларына үрнәк булырлыҡ, уға үҙ өлгөһөндә тәрбиә бирә алырлыҡ ир-ат булырға тейеш. Балаларыбыҙ, районыбыҙ, илебеҙ киләсәге беҙҙең ҡулдарҙа икәнен онотмайыҡ», – тине телмәрендә.
– Беҙҙең мәктәптә атай-әсәйҙәр менән һөйләшеп булдырылған ойошмабыҙ 2015 йылдан уңышлы эшләп килә, – ти Атай­ҙар ҡоро рәйесе Сибай Утарбаев башҡар­ған эштәре хаҡында һөйләп. – Беҙ өс йүнәлеш буйынса эш алып барабыҙ. Беренсеһе – ауылыбыҙҙа спортты үҫтереү, икенсеһе – Тыуған илебеҙгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, өсөнсөһө – тәбиғәтте өйрәнеү һәм һаҡлау. Ҡорҙоң төп маҡсаты: мәктәптә уҡыған балаларҙы тәрбиәләү эшендә уҡытыусыларға ярҙам итеү, атай институтын үҫтереү, йәмғиәттә ир-аттарҙың абруйын күтәреү.
Әйткәндәй, мәктәптә йыл һайын Республика көнөнә арналған футбол ярышы үткәреү ҙә матур йолаға әйләнгән. Атай­ҙар ҡороноң күсмә кубогы ла бар икән. Шулай уҡ волейбол ярышы ла ойошторола. Унда уҡыусы малайҙар менән атай­ҙарҙан торған бер нисә команда ҡатнаша. Тағы ла ауылда иң үҫешкән спорт төрө – хоккей ҙа онотолмай. Балаларҙың да, йәштәрҙең дә, атайҙарҙың да үҙ командалары бар. Уларға спорт кейемдәрен Зариф Байғусҡаров менән Фәнил Ирмәков алып биргән. Әле форсаттан фай­ҙаланып, Атайҙар ҡоро рәйесе уларға бар ауыл халҡы исеменән рәхмәт һүҙҙәрен дә еткерҙе.
Шулай уҡ был ауылда матур йола һаҡлана: атайҙар Ирәндек буйында малайҙар менән бергәләп һыбай йөрөй, йылға буйында балыҡ ҡармаҡлай, ҡышын саңғы шыуа. Йәнә төрлө экологик өмәләрҙә, төҙөкләндереү эшендә бергә ҡатнашалар. Эш тә башҡарыла, үҫеп килеүсе малай­ҙарҙа хеҙмәткә һөйөү ҙә тәрбиәләнә. Бына кемдәрҙән өлгө алырға була!
Махсус хәрби операция башланғас, яугирҙарға ярҙам итеүҙә Атайҙар ҡоро әүҙемлек күрһәтә. Уҡыусылар ҙа мәктәп­тә һалдаттарға һаҡселтәрҙәр үреүҙә ихлас ҡатнаша. Ҡор рәйесе Сибай Утарба­ев үҙе лә яу биләмәһенә ылау алып барған.
Бына шулай әүҙем һәм изге эш башҡара Иҫке Сибайҙағы Атайҙар ҡоро. Сараны уҡыусылар «Атай – ғаилә тотҡаһы, ил терәге» исемле музыкаль сығыш менән тамамлағайны. Килгән ҡунаҡтар бер тауыштан: «Буласаҡ сәхнә йондоҙҙары ла үҫә бит бында», – тип аяғүрә баҫып ҡул сапты.
– Беҙ был көнгә бик ентеклеп әҙерләндек. Бөгөн 65 малай ғына йырланы әле. Еңеү көнөндә 80 дә булып киттек. Әле килгән ҡу­наҡтар өсөн «Беҙҙең ил» йырын башҡар­ҙыҡ.
Бөгөнгө сарала беҙгә, уҡыусыларға, йәйәнән уҡ атыу дәресе, робототехника һәм күҙ алдында ҡурайҙы эшләп һәм шунда уҡ көй уйнап күрһәтеүҙәре оҡшаны, – ти VI синыф уҡыусыһы Инсаф Әбсәләмов.
Ҡунаҡтар ҙа форумдан ихлас таралышты. Күпте белеп ҡалдылар. Үҙҙәренә ҡайт­ҡас, әле алған тәжрибәне файҙаланып, ишеткән бай мәғлүмәтте ҡулланып, улар ҙа Атайҙар ҡоро ойошторорҙар, тип өмөтләнәйек.


Зөһрә ХӘКИМОВА.
Баймаҡ районы.
Автор: Зөһрә Хәкимова
Читайте нас