

Ололарҙың фатихаһы, доғаһы, кәңәше — беҙҙең өсөн ҙур байлыҡ. Улар тормоштоң күп юлын үткән, шатлығын да, ауырлығын да күргән. Шуның өсөн уларҙың һүҙендә тәжрибә, кәңәшендә тормош һабағы бар.
Динебеҙҙә лә ата-әсәгә һәм ололарға ихтирам ҙур урын алып тора. Уларҙы хөрмәт итеү — матур ғәҙәт кенә түгел, ә сауаплы ғәмәл.
Ҡайһы саҡта ололарға күп нәмә кәрәкмәй. Янына ултырып һөйләшеү, хәлдәрен һорау, ҡулдарынан тотоп, йылы һүҙ әйтеү ҙә улар өсөн ҙур ҡыуаныс.
Ә беҙгә уларҙың доғаһы кәрәк.
Оло кешенең: «Аллаһ риза булһын, балаҡайым» — тигән бер ауыҙ һүҙе лә күңелгә йылылыҡ бирә.
Шуға күрә, ҡәрҙәштәр, ололарыбыҙҙың ҡәҙерен иҫән саҡта беләйек. Уларҙы тыңлайыҡ, ярҙам итәйек, хәлдәрен һорайыҡ, күңелдәрен күтәрәйек.
Бөгөн беҙ уларға ярҙам итһәк, иртәгә балаларыбыҙ беҙҙән күреп өйрәнер. Яҡшылыҡ быуындан быуынға күсә.
Аллаһ Тәғәлә ата-әсәйҙәребеҙгә, өлкән туғандарыбыҙға һаулыҡ, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы бирһен. Вафат булғандарыбыҙҙы ярлыҡап, ҡәберҙәрен нурлы, урындарын йәннәттә итһен.
Өйҙәребеҙҙән ололарҙың доғаһы, балаларҙың шат көлөүе, үҙ-ара хөрмәт һәм мөхәббәт өҙөлмәһен.
Бәрәкәтле йорт — ололар ҡәҙерләнгән, бәләкәйҙәр матур тәрбиәләнгән йорт.
Аллаһ барыбыҙға ла ололарыбыҙҙы ҡәҙерләп йәшәргә насип итһен. Әмин!
Сығанаҡ һәм фото: https://vk.ru/baishmaset