+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ноябрь 2017, 15:30
Аҡ фәрештәм минең
Иң яҡын кешем, аҡ фәрештәм, берҙән-берем – ул әсәйем Гөлнара Әхмәт ҡыҙы Дәүләтшина. Эйе, мине бары тик ул ғына бер ҡараштан аңлап тора, ауыр саҡта ярҙамлаша, һәр саҡ файҙалы кәңәштәрен бирә, ел-дауылдарҙан ҡурсалай.
Иң яҡын кешем, аҡ фәрештәм, берҙән-берем – ул әсәйем Гөлнара Әхмәт ҡыҙы Дәүләтшина. Эйе, мине бары тик ул ғына бер ҡараштан аңлап тора, ауыр саҡта ярҙамлаша, һәр саҡ файҙалы кәңәштәрен бирә, ел-дауылдарҙан ҡурсалай.
Әсәйем 1967 йылдың 11 июлендә Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылында Рауза һәм Әхмәт Байназаровтар ғаиләһендә алтынсы бала булып донъяға килгән. Мәктәптә тырышып уҡыған, туғандарына ярҙамлашҡан. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Телеңде йоторлоҡ тәмле-тәмле ризыҡтар бешерә. Ҡышҡылыҡҡа йөн ойоҡтар, күҙҙең яуын алырлыҡ матур-матур түшәктәр бәйләй. Әсәйем беҙҙе лә эшкә өйрәтеп үҫтерә. Атайым Илдар Зәйнәғәбдин улы менән сәскәләй 4 ҡыҙына һәм бөркөткә тиң улдарына яҡшы тәрбиә бирергә тырышалар.
Әсәйем Байназар балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләй. Үҙен кескәйҙәр бик ярата. Байрам уңайынан ҡәҙерле кешемә йылы һүҙҙәремде еткерәм. Улар донъялағы барлыҡ әсәләр өсөн дә яңғыраһын ине. Рәхмәт, ҡәҙерлем, барыһы өсөн! Һинһеҙ, мөләйем йылы ҡараштарыңдан, аҡыллы кәңәштәреңдән башҡа йәшәүемде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Аллама мең шөкөр, минең шундай яғымлы, көләс, егәрле, һөйкөмлө әсәйем булғанға. Ҡайһы саҡта ҡаты бәрелеп киткән, яңылыш ҡына рәнйеткән саҡтарым булһа, ғәфү ит!
Кис йоҡларға ятҡанда һәр саҡ иң беренсе һиңә һаулыҡ, бәхет, оҙон ғүмер теләйем. Яғымлы күҙҙәреңде күреү, шат тауышыңды ишетеү – минең өсөн оло һөйөнөс. Һәр саҡ йылмайып, ҡыуанып йәшә, әсәкәйем, берҙән-берем!
Мин һине ныҡ итеп ЯРАТАМ!
Сәлимә ДӘҮЛӘТШИНА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән