+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
24 Ноябрь 2017, 11:46
«Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ»
Район балалар китапханаһында «Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» тигән шиғри бәйге ойошторолдо.
Район балалар китапханаһында «Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» тигән шиғри бәйге ойошторолдо. Унда 1-се мәктәптең VI – VII синыф уҡыусылары (етәкселәре – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәмилә Юлдыбай ҡыҙы Юлдашбаева) әүҙем ҡатнашты. Улар бөйөк шағирҙың «Бир ҡулынды!», «Үҙем hәм халҡым», «Болон» шиғырҙарын, «Ике себен», «Һарыҡты кем ашаған?» мәҫәлдәрен илһамланып ятҡа һөйләне. «Гөлдәр баҡсаһында» исемле шиғырын әҙәби-музыкаль композиция аша тәҡдим иттеләр, тәбиғәттең дуҫы булырға, хеҙмәт яратырға өндәнеләр.
Балалар шулай уҡ Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады менән ныҡлап танышты, экранда слайдтар, шиғырҙарынан өҙөктәр күрһәтелде.
«Әҙәбиәтебеҙҙең классигы» исемле китап күргәҙмәһендә шағирҙың портреты, шиғри йыйынтыҡтары, уның тураһында ваҡытлы матбуғат биттәрендә баҫылған яҙмалар ҡыҙыҡһыныу уятты.
«Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ» конкурсында әүҙем ҡатнашҡан уҡыусылар диплом менән бүләкләнде.
Гөлсиә ИЛТЕНБАЕВА.
Ейәнсура районы, Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән