+25 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Төрлөһөнән
7 Декабрь 2017, 22:47

Китаптың исем туйында

Йәш таланттарҙы эҙләп табыу маҡсатында мәктәп уҡыусылары араһында «Минең беренсе китабым» исемле конкурс уҙғарылып килә. Унда ебәрелгән ижади эштәр махсус төҙөлгән комиссия тарафынан ҡарап сығыла һәм иң уңышлылары айырым китап итеп баҫтырып сығарыуға тәҡдим ителә.

Йәш ижадсыларҙы район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Радик Рәхмәтуллин тәбрикләй.
Йәш ижадсыларҙы район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Радик Рәхмәтуллин тәбрикләй.
Йәш таланттарҙы эҙләп табыу маҡсатында мәктәп уҡыусылары араһында «Минең беренсе китабым» исемле конкурс уҙғарылып килә. Унда ебәрелгән ижади эштәр махсус төҙөлгән комиссия тарафынан ҡарап сығыла һәм иң уңышлылары айырым китап итеп баҫтырып сығарыуға тәҡдим ителә.

«Ҡуңыр буға» ойошма­һының ҡанаты аҫтында булдырылған Мәүлит Ямалетдин етәкселегендәге «Өлкәр» һәләтле балалар­ҙы күтәрмәләү хәйриә фонды, күптән түгел генә ойошторолоуына ҡарамаҫтан, байтаҡ эштәр баш­ҡарырға өлгөрҙө: Әб­йәлил районында «Илһам» балалар ижады төбәк конференцияһы, Учалы районының Ҡобағош ауылында Мәсғүт Билалов исемендәге призға балалар араһында Ҡөрьән сүрәләрен ғәрәп, башҡорт, урыҫ телдәрендә яттан һөйләү буйынса конкурс уҙғарылды. Шулай уҡ «Ҡуңыр буға» төбәк йәмәғәт ойошмаһының барлыҡҡа килеүенә биш йыл тулыу уңайынан балалар ижады антологияһын сығарыуҙы ла «Өлкәр» хәйриә фонды үҙ өҫтөнә алды. Ана шул күп йыллыҡ хеҙмәттең емеше булып донъя күрҙе лә инде уҡыусыларҙың «Умырзая» исемле тәүге антологияһы. Уның исем туйы яңыраҡ районыбыҙҙың Таһир Күсимов исемендәге Асҡар гимназияһында ла булып уҙҙы. Китапҡа Әбйәлил төбә­гендә йәшәп ижад иткән 25 йәш ҡәләм тибрәтеүсенең ижад емештәре индерелгән. Улар араһында Әнил Әх­мәт­ҡужин (Хәмит), Азат Айытбаев (Йәнгел) кеүек үҫмер-егеттәрҙең дә булыуы үтә ҡыуаныслы!

Кисәлә ҡатнашҡан ижад­сыларҙы тәбрикләү Асҡар гимназияһында белем алған йәш таланттар­ҙың сығышы менән үрелеп барҙы. Төрлө мәктәптәр­ҙән йыйылған уҡыу­сылар быйыл «Еҙ үксә» конкурсында Гран-при алған Гөлназ Ғәбитова етәкселегендәге «Йәйғор» һәм «Сулпан» (етәксеһе – Лилиә Хәлилова) бейеү ансамбл­дәренең сығыштарын, шулай уҡ яңғыҙ баш­ҡарыу­сыларҙан IX синыф уҡыу­сылары Айзилә Төркмәнова менән Илнур Мәхмүтовтың бейеүҙәрен ҡарап кинәнде. «Сулпылар – 2017» бәйгеһендә еңеү яулаған Дилүзә Үтәеваның «Ҡурай» исемле йыры ла тамашасылар тарафынан йылы ҡабул ителде. Матур тауышлы был ҡыҙ шиғыр­ҙар ҙа яҙа. «Балалар ижады антологияһы»нда уның да ижад емештәре урын алған.

Исем туйында антологияны нәшер итеүселәр ҙә ҡатнашты. Балалар әҙибәһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Айһылыу Йәғәфәрова, күренекле яҙыу­сы, Муса Мортазин, Фәтих Кәрим, Рәмзилә Хисаметдинова һәм Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премиялар лауреаты Мәүлит Ямалетдинов, шағирәләр, балалар өсөн дә, ололар өсөн дә бына тигән шиғырҙар ижад итеүсе Фәнүзә Биктимерова һәм Айһылыу Хәсәнова, Хәҙис Ниғмәтуллин, район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы Радик Рәхмәтуллин, мәғариф бүлегенең башҡорт һәм урыҫ телдәре буйынса методик берекмәһе етәксеһе Зөлфиә Ниғмәтовалар йыйындың төп ҡунаҡтары булды.

Зөһрә КАШАПОВА, «Йәйғор» әҙәби ойошмаһы етәксеһе.

Әбйәлил районы.
Читайте нас: